Дәүләт Йыйылышына һайлауҙа халыҡтың 49,08% ҡатнашты, ҡала округтарында — уртаса 40,57%, ауыл ерендә — 61,91%. Өфөлә иһә һайлаусыларҙың 29,44% тауыш бирҙе.
Башҡортостанда 9 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға һәм урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын һайлау уҙҙы. Республикала Берҙәм тауыш биреү көнөндә — йәкшәмбе, 9 сентябрҙә, 22 һайлау кампанияһы үтте. 147 мандат алмаштырылды. "Башинформ".