Сәйәсәт
9 Сентября 2018, 17:00

Зариф Байғусҡаров: «Беҙҙең киләсәгебеҙ — һәр ҡайһыбыҙҙың ҡулында»

Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаттары беренселәр иҫәбендә төбәктең закондар сығарыу йыйылышына һайлауҙа тауыш бирә. Зариф Байғусҡаров һәр саҡтағыса хәләл ефете менән бергә һайлауға килгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Бөгөн республикала йәшәүсе һәр кеше үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә – һайлау участкаһына килергә һәм кем намыҫлы эшләйәсәк һәм һайлаусыларҙың мәнфәғәттәрен лайыҡлы яҡлаясаҡ шуның өсөн тауышын бирергә тейеш», — тип иҫәпләй парламентарий.
Башҡортостанда республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм төбәктең урындағы үҙидара вәкәләтле органдары депутаттарын һайлауға тауыш биреү бара. Республикала Берҙәм тауыш биреү көнөндә – йәкшәмбе, 9 сентябрҙә, бөтәһе 22 һайлау кампанияһы уҙа. 147 мандат билдәләнә. "Башинформ".
Читайте нас