Сәғәт 12-гә ауыл муниципалитеттарында граждандарҙың – 24 проценты, ҡала округтарында 11,33 проценты тауыш биргән. Өфөлә төшкә тиклем 8,24 процент һайлаусы (иртәнге 10-ға 6,3 процент ине) тауыш биргән.
Республикала бер нисә «исемле» участка бар, уларға кеше күберәк килгән. Бәләбәй районының Надеждино ауылында С.Т. Аксаков исемендәге 1222-се участкала 47,85 процент электорат тауыш биргән. Илеш районында М. Гәрәев исемендәге участкала — 43,76%.
Тауыш бирергә килеүселәр һаны күп булыуы көтөлә, ти йәмәғәт медиаүҙәгендәге белгестәр. Ойоштороусылар һайлау участкаларын байрамса ойошторорға көс һалған. Ғәҙәттәгесә ауылда йәшәүселәр айырыуса әүҙем тауыш бирә.