7 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы законға ҡул ҡуйҙы. Төҙәтмәләрҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары хупланы. Элек социаль ярҙам саралары граждандарға пенсияға сыҡҡандан һуң бирелә ине. Закондың яңы редакцияһы йәш критерийҙарын һаҡлауҙы күҙ уңында тота. 55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар һәм 60 йәштән өлкән ир-аттар пенсияға сығыу-сыҡмауға ҡарамаҫтан түбәндәге льготалар аласаҡ:
— хеҙмәт ветерандарына торлаҡ бинаһы һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү буйынса айлыҡ аҡсалата компенсациялар;
— хеҙмәт ветерандарына айлыҡ аҡсалата түләүҙәр;
— оҙайлы эш стажына эйә булған ветерандарға айлыҡ аҡсалата түләүҙәр;
— маҡтаулы исемдәре һәм айырыуса ҡаҙаныштары булған ветерандарҙың пенсияһына өҫтәмә түләүҙәр.
Закон Башҡортостан Республикаһы ҡаҙнаһы иҫәбенә тормошҡа ашырыласаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путин ил граждандарына мөрәжәғәт иткәндә федераль пенсия ташламаларын һаҡлау кәрәклеге тураһында белдерҙе.
Төбәк кимәлендә тейешле социаль ярҙам сараларын һаҡлау тураһындағы башланғыс менән Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе депутаттары сығыш яһаны.
7 сентябрҙә «Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы законды парламентарийҙар бер юлы өс уҡыуҙа ҡабул итте.