Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Сентябрь 2018, 13:30

Барлыҡ яңылыҡтар — Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә

Бөгөн, 9 сентябрҙә, Берҙәм һайлау көнөндә республика халҡы Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлай.

Һайлау участкалары менән бергә баш ҡалала “Һайлау – 2018” Йәмәғәт пресс-үҙәге эшләй башланы. Ул “Башҡортостан” ҡунаҡхана үҙәгенең конференц-залында урынлашҡан.


Пресс-үҙәктең маҡсаты – Башҡортостандың матбуғат саралары вәкилдәренә квалификациялы эксперттарҙың комментарийҙарын, һайлау барышы тураһында комиссия ағзаларының мәғлүмәттәрен еткереү.


Пресс-үҙәк эше барышында, шулай уҡ, власть органдары вәкилдәре, сәйәсәт белгестәре, эксперттар менән брифингтар, Үҙәк һайлау комиссияһы менән тура бәйләнештәр ойоштороласаҡ. Бында журналистар өсөн барлыҡ шарттар булдырылған.


Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһының Колл-үҙәге 3 сентябрҙә үк эшләй башлағайны. 9 – 10 сентябрҙә “ҡыҙыу бәйләнеш” күп каналлы режимға күсерелде һәм тәүлек әйләнәһенә эшләй. Һорауҙар тыуһа, 8-800-347-2-102 телефонына шылтыратырға мөмкин.

"Башҡортостан гәзите"нән.
Читайте нас: