— Беҙҙең палата йәмәғәт контроле һәм күҙәтеү системаһын төҙөй. 9 сентябрҙә йәмәғәт матбуғат үҙәген ойошторабыҙ. Ә бөгөн
ҡыҙыу элемтә асыҡ. Уның һандары бик уңайлы: 8(800)347-2-102, – тип хәбәр итте Ольга Панчихина. – Беҙ юристарҙы, башҡа белгестәрҙе – граждандарыбыҙҙың һайлау процесы буйынса һорауҙарына яуап бирә алған кешеләрҙе йәлеп иттек. Call-үҙәк көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй. Килгән бөтә һорауҙар ҙа даими һорауҙар барлығын аңлау өсөн өйрәнеләсәк һәм проблемалы осраҡтар килеп сыҡҡанда уларҙы шунда уҡ көйләргә ярҙам итәсәк.