Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
3 Август 2018, 11:52

Барыһы ла халыҡ хәүефһеҙлеге өсөн

Уҙған аҙнала эш сәфәре менән районыбыҙҙа Республика ветеринария идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншин булды. Район хакимиәтендә район ветстанция етәкселеге, ветеринар табиптар, ауыл хужалығы предприятиелары зоотехниктары, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, хужалыҡ етәкселәре ҡатнашлығында киңәйтелгән кәңәшмә үтте. Уны район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров алып барҙы.

Уҙған аҙнала эш сәфәре менән районыбыҙҙа Республика ветеринария идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншин булды. Район хакимиәтендә район ветстанция етәкселеге, ветеринар табиптар, ауыл хужалығы предприятиелары зоотехниктары, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, хужалыҡ етәкселәре ҡатнашлығында киңәйтелгән кәңәшмә үтте. Уны район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров алып барҙы.

Көн тәртибенә ҡуйылған иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе - республикаға мал-тыуар һәм ҡош-ҡорт ауырыуҙары индереү һәм уның таралыуына бәйле эпизоотик хәл-торош насарайыу хәүефенән халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү булды. Ошоға бәйле, ҡабул ителгән закон нормаларына ярашлы, һәр ветеринар табип ауыл биләмәһендә ауыл хужалығы малдарын күсереп йөрөтөүҙе етди контролдә тотасаҡ. Һәр кем мал-тыуарҙы республика райондары араһында күсереп йөрөткәндә һәм ил төбәктәренә индергәндә (сығарғанда) профилактик карантин һәм карантин талаптарын тайпылышһыҙ үтәргә, малдарға бирка һалырға, тейешле ветеринар процедуралар һәм диагностик тикшереүҙәр үткәрергә тейеш. «Был талап, тәү сиратта, район халҡының хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә бәйле», - тине Азат Салауат улы.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ауыл хужалығы малдарын идентификациялау (номерлау) кеүек тағы бер көнүҙәк мәсьәлә тикшерҙе. Ағымдағы йылда, РФ Ауыл хужалығы министрлығының «Идентификациялауға һәм иҫәпкә ҡуйылырға тейешле мал төрҙәре исемлеген раҫлау тураһында»ғы бойороғона ярашлы, Рәсәйҙә йорт һәм ауыл хужалығы малдарын берҙәм идентификациялау системаһы булдырыла башланы. Мәғлүмәт базаһында малдың тыуған ваҡыты, урыны, продуктлылығы, мал тоҡомо, уның тышҡы күренеше, уны күсереп йөрөтөү урындары, ауырыуҙары, диагностик тикшереү һөҙөмтәләре, ветеринар эшкәртеүҙәр, уның эйәләре тураһында мәғлүмәт буласаҡ. Был система мал һанын аныҡ иҫәпләргә, сифатлы селекция эшен алып барырға, шулай уҡ санкцияланмаған көтөүлектә көткәндә ғәйеплеләрҙе, юл-транспорт фажиғәһенә осраған малдарҙың хужаһын асыҡларға булышлыҡ итәсәк. Уларҙы урлаған осраҡта ла тәртип номеры менән малдарҙың хужаһын асыҡларға мөмкин. Ағымдағы йылда эре, ваҡ мал һәм йылҡы малына бирка һалынырға тейеш. 2019 йылда йорт хайуандарын - эт һәм бесәйҙәрҙе идентификацияларға тура киләсәк. Шулай уҡ кәңәшмәлә ҡатнашыусылар мал һуйыу пункттарын төҙөү зарурлығын тикшерҙе. Был мәсьәлә лә шулай уҡ халыҡ һәм хужалыҡ субъекттары менән ҙур аңлатыу эше талап итә. Махсус билдәләнгән урындарҙа малды һуйыу сифатлы һәм хәүефһеҙ аҙыҡ-түлек продукцияһы алырға булышлыҡ итәсәк, санитар - эпидемиологик хәүефһеҙлек планында бөтә мәсьәләләрҙе хәл итәсәк. Эре малды яһалма ҡасырыуҙы ойоштороу мәсьәләһе лә күтәрелде. Юғары генетик потенциаллы малдарҙан файҙаланыу малсылыҡтың һөҙөмтәлелеген арттырасаҡ. Бынан тыш, яһалма ҡасырыу ваҡытында инфекция һәм вируслы ауырыуҙар (лейкоз, хламидиоз һ.б.) йоҡмай.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ауыл биләмәләрендә үләт соҡорҙарының торошо, ветеринар табиптарҙың кабинеттары булыу-булмауҙы тикшерҙе.

Кәңәшмәнән һуң Азат Салауат улы район хакимиәте башлығы менән бергә район ветеринар станцияһында булды, бында уның матди-техник базаһы, хеҙмәткәрҙәрҙең эш шарттары менән танышты, район ветеринар станцияһы начальнигы Азат Әхмәров һәм белгестәр менән әңгәмәләште.

Хөрмәтле стәрлебаштар! Мал-тыуарҙы санкцияланмаған рәүештә индереү - сир таралыуҙың төп сығанағы булып тора. Мал-тыуарҙы һәм малсылыҡ продукцияларын санкцияланмаған рәүештә күсереп йөрөтөү факттары тураһында оператив мәғлүмәт алыу һәм тиҙ тәьҫир итеү өсөн республиканың Ветеринария идаралығы тарафынан ветеринария өлкәһендә закондарҙы боҙоу мәсьәләләре буйынса «Ҡыҙыу линия» булдырылды. Хәҙер республикала йәшәгән һәр кем «Ҡыҙыу линия»ның 8-80077-55-828 түләүһеҙ номеры буйынса 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем мәғлүмәт алыу йәки түбәндәге мәсьәләләр: мал-тыуарҙы һәм малсылыҡ продукцияһын законһыҙ күсереп йөрөтөү (индереү); мал-тыуарҙың күпләп сирләүе һәм ҡырылыуы; йорт һәм ҡырағай хайуандарҙың үлегенә юлығыу; һатҡан малсылыҡ продукцияһы хәүефһеҙлеге; дәүләт ветеринар хеҙмәте эше буйынса иҫкәртмәләр һәм тәҡдимдәр яһау; мал-тыуар өсөн айырыуса хәүефле сирҙәрҙе индереү һәм таратыуға бәйле башҡа һорауҙар буйынса аңлатма алыу өсөн мөрәжәғәт итә ала. Бөтә шылтыратыуҙар Башҡортостан Республикаһы ветеринар станцияһының ветеринар табиптары, хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡабул ителәсәк. Әлбиттә, Дәүләт ветеринар хеҙмәте тарафынан республика территорияһы именлеген һаҡлау буйынса барлыҡ кәрәкле профилактик саралар үткәрелә, әммә берҙәм тырышлыҡ менән генә беҙ хәүефле инфекцияларға һөҙөмтәле ҡаршы тора аласаҡбыҙ!

Лиана ЙӘРМИЕВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: