Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидаттарҙы күрһәтеү тәртибенең һайлау тураһында БР Кодекс талаптарына тура килеүен, шулай уҡ улар тапшырған документтарҙа булған мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн тикшереп, һайлау тураһында БР Кодексының 48,51 статьяларына ярашлы, 47 һанлы Ермолаево бер мандатлы округы һайлау комиссияһы тарафынан 47 һанлы Ермолаево бер мандатлы һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһы алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидаттар теркәлделәр:
Игбаев Рөстәм Камил улы. 1973 йылда тыуған, юғары белемле, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһында йәшәй, БР Өфө ҡалаһының 52 һанлы поликлиникаһында баш табип, «РӘСӘЙ ПАТРИОТТАРЫ» сәйәси партияһы Башҡортостан төбәк бүлексәһенең һайлау берләшмәһе тарафынан күрһәтелгән, РӘСӘЙ ПАТРИОТТАРЫ сәйәси партияһы ағзаһы, шулай уҡ «РӘСӘЙ ПАТРИОТТАРЫ» сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һайлау берләшмәһе тарафынан күрһәтелгән кандидаттарҙың республика исемлеге составында теркәлгән;
Смолев Сергей Алексеевич. 1981 йылда тыуған, юғары белемле, Башҡортостан Республикаһы, Көйөргәҙе районы, Ермолаево ауылында йәшәй, «Ермолаево икмәге» акционерҙар йәмғиәтендә белгес, «Рәсәй либераль-демократик сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе» һайлау берләшмәһе тарафынан күрһәтелгән, «Рәсәй либераль-демократик сәйәси партияһы» ағзаһы, шулай уҡ «Рәсәй либераль-демократик сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе» һайлау берләшмәһе тарафынан күрһәтелгән кандидаттарҙың республика исемлеге составында теркәлгән;
Усманов Нурислам Кәрәм улы. 1954 йылда тыуған, юғары белемле, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһында йәшәй, пенсионер, «Рәсәй Федерацияһы коммунистар партияһы» сәйәси партияһының Башҡортостан Республикаһы бүлексәһе» һайлау берләшмәһе тарафынан күрһәтелгән, шулай уҡ «Рәсәй Федерацияһы коммунистар партияһы» сәйәси партияһының Башҡортостан Республикаһы бүлексәһе» һайлау берләшмәһе тарафынан күрһәтелгән кандидаттарҙың республика исемлеге составында теркәлгән;
Хисмәтуллина Рузалия Сәфиулла ҡыҙы. 1954 йылда тыуған, юғары белемле, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһында йәшәй, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш комитеты рәйесе, «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе» һайлау берләшмәһе тарафынан күрһәтелгән, «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы ағзаһы;
Әлибаев Ринат Әғләм улы. 1984 йылда тыуған, юғары белемле, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһында йәшәй, «Сервионика» йәмғиәтендә техник менеджер, «Ғәҙел Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе» һайлау берләшмәһе тарафынан күрһәтелгән, Ғәҙел Рәсәй сәйәси партияһы ағзаһы, шулай уҡ «Ғәҙел Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе» һайлау берләшмәһе тарафынан күрһәтелгән кандидаттарҙың республика исемлеге составында теркәлгән.
36 һанлы Урал алды бер мандатлы һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһы алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутатлыҡҡа теркәлгән кандидаттар тураһында мәғлүмәт
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидаттарҙы күрһәтеү тәртибенең һайлау тураһында БР Кодекс талаптарына тура килеүен, шулай уҡ улар тапшырған документтарҙа булған мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн тикшереп, һайлау тураһында БР Кодексының 48,51 статьяларына ярашлы, 36 һанлы Урал алды бер мандатлы округы һайлау комиссияһы тарафынан 36 һанлы Урал алды бер мандатлы һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһы алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидаттар теркәлделәр:
Сафин Фаил Ғабдулла улы. 1959 йылда тыуған, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһында йәшәй, юғары белемле. Өфө федераль тикшеренеү үҙәгендә баш ғилми хеҙмәткәр, «Рәсәй патриоттары» сәйәси партияһы Башҡортостан төбәк бүлексәһе тарафынан күрһәтелгән, «Рәсәй патриоттары» сәйәси партияһы ағзаһы.
Сәйәхетдинов Илгизәр Ғабдулла улы. 1986 йылда тыуған, Башҡортостан Республикаһы, Өфө районы, Михайловка ауылында йәшәй, урта һөнәри белемле, шәхси эшҡыуар, Ғәҙел Рәсәй сәйәси партияһы тарафынан күрһәтелгән, Ғәҙел Рәсәй сәйәси партияһы ағзаһы.
Әхмәтйәнова Айгөл Айрат ҡыҙы. 1993 йылда тыуған, Башҡортостан Республикаһы, Дүртөйлө ҡалаһында йәшәй, юғары белемле, «Өфө трамвай-троллейбус заводы» акционерҙар йәмғиәтендә юрисконсульт, Рәсәй либераль-демократик сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе тарафынан күрһәтелгән, Рәсәй либераль-демократик сәйәси партияһы ағзаһы.
Харасов Салауат Фәттәх улы. 1961 йылда тыуған, Башҡортостан Республикаһы, Өфө районы, Михайловка ауылында йәшәй, юғары белемле, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы ярҙамсыһы, «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы тарафынан күрһәтелгән, «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы ағзаһы.
Хамматов Руслан Венер улы. 1975 йылда тыуған, Башҡортостан Республикаһы, Миәкә районы, Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында йәшәй, юғары белемле, «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте филиалы Миәкә юл ремонт-төҙөлөш идаралығында АБЗ мастеры, «Йәшелдәр» Рәсәй экология партияһы» сәйәси партияһы тарафынан күрһәтелгән, «Йәшелдәр» Рәсәй экология партияһы» сәйәси партияһы ағзаһы.