Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Июль 2018, 11:35

Башҡортостанда республиканың Дәүләт Йыйылышына һайлауға 138 кандидат күрһәтелгән

Башҡортостанда республиканың Дәүләт Йыйылышына һайлауға бер мандатлы округ буйынса 138 кандидат күрһәтелгән. Уларҙан 21-е һайлауға үҙ-үҙен тәҡдим иткән, ҡалғандары төбәктәге 12 сәйәси партияһы бүлексәләренән. 17 июлгә иртәнге 9-ға ҡарата күрһәтеү тураһында мәғлүмәттәрҙе Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы бирҙе

Республикала кандидаттар исемлеген өс партия күрһәткән:
— ЛДПР — 113 кеше
— «Ғәҙел Рәсәй» — 118 кеше
— «Берҙәм Рәсәй» — 156 кеше.
Тулыраҡ мәғлүмәт Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының рәсми сайтында урынлаштырылған.
"Башинформ".
Читайте нас: