Сәйәсәт
16 Мая 2018, 09:55

Владимир Путин власть органдарының яңы структураһын раҫланы: ике министрлыҡтың исеме үҙгәрҙе

Рәсәй Президенты Владимир Путин «Федераль башҡарма власть органдары структуралары тураһында»ғы указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә «Известия» Кремлдең матбуғат хеҙмәтенә һылтанып.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесенең 10 урынбаҫары бар. Улар иҫәбендә беренсе вице-премьер – финанс министры, вице-премьер – тулы хоҡуҡлы вәкил һәм вице-премьер – аппарат башлығы.
Указға ярашлы Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығы Рәсәй Мәғариф министрлығына һәм Рәсәй Фән һәм юғары белем министрлығына үҙгәртеп ҡоролдо.
Рәсәй Федерацияһы Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы – Рәсәй Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығына.
Бынан тыш, мәғариф өлкәһендә күҙәтеү буйынса айырым агентлыҡ ойошторола. Ул туранан-тура хөкүмәт ҡарамағында була. "Башинформ".
Читайте нас