«Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, кешеләр күп фатирлы йортҡа идара итеү ысулын үҙаллы һайлай ала. Был торлаҡ милекселәре ширҡәте, идара итеүсе компания йәки Торлаҡ кодексында ҡаралған башҡа форма булыуы мөмкин, — тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. — Әгәр йортта йәшәүселәр йыл дауамында идара итеү ысулын һайламаһа, был мәсьәләне урындағы үҙидара органы хәл итә — идара итеүсе ойошманы һайлап алыу буйынса асыҡ конкурс ойоштора. Тәжрибә күрһәтеүенсә, торлаҡ милекселәре араһында инициативалы граждандар бар икән, йортҡа идара итеү ысулын һайлау өсөн ярты йыл да етә. Милекселәр бер ниндәй ҙә инициатива белдермәһә, һайлау мәсьәләһе бөтөнләй хәл ителмәй. Бындай осраҡта йыл буйына көтөүҙең мәғәнәһе юҡ, сөнки ошо ваҡытта йорт хеҙмәтләндерелмәй, был иһә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә ғәҙәттән тыш хәлдәр хәүефен тыуҙырыуы мөмкин. Дөйөм мөлкәтте тәртиптә тотоу һәм граждандарға сифатлы коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү маҡсатында йортҡа идара итеү ысулын һайлау ваҡытын ҡыҫҡартырға кәрәк, тип иҫәпләйбеҙ. Тиҙҙән башланғысыбыҙ федераль закон статусын алыр тигән өмөттәбеҙ».
Бынан алда Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комитеты, Федерация Советы, Рәсәй Хөкүмәте, 70-тән ашыу төбәк губернаторы, закон сығарыу йыйылышы һәм хөкүмәте закон проектына ыңғай баһа бирҙе. "Башинформ".