Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
13 Апрель 2018, 14:10

Ҡулланыусылар һәм эшҡыуарҙарҙың һорауҙарына белгестәр яуап бирҙе

Икенсе йыл рәттән республикала БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре ҡатнашлығында күсмә семинарҙар практикалана. Улар «Башҡортостан Республикаһында сауҙаны үҫтереү» дәүләт программаһын үтәү маҡсатында үткәрелә һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын боҙоуҙарҙы иҫкәртеүгә һәм халыҡтың, хужалыҡ субъекттарының хоҡуҡи белемлелеген арттырыуға йүнәлтелгән. Район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге вәкилдәре, эшҡыуарҙар, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашлығында сара уҙған шаршамбы көндө беҙҙең районда ла үтте.

Кәңәшмәне район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров асты. Ул йыйылыусыларҙы сауҙа нөктәләренең дөйөм иҫәбе, район халҡына күрһәтелгән хеҙмәт төрҙәре тураһында ҡыҫҡаса таныштырҙы. Уҙған йылда ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса бер яҙма мөрәжәғәт тә булманы, тип билдәләне ул.

Был кешеләрҙең һәр ваҡыт һәм тулыһынса тауарҙар һәм хеҙмәттәр сифатынан ҡәнәғәт булыуын аңлатмай. Күпселек осраҡта, һатыусы һәм һатып алыусы килеп тыуған проблеманы урында хәл итә, был тауарҙы ҡайтарыуға, уны алмаштырыуға һ.б. ҡағыла. Әммә ҡайһы бер башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү, сауҙаның нескәлектәрен белеү ҡайһы саҡ еңел түгел.

- Беҙ, дәүләт комитеты вәкилдәре, һәр саҡ ярҙам итергә, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын табырға тырышабыҙ, - тип мөрәжәғәт итте залда ултырыусыларға ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм реклама бүлеге начальнигы Ләлә Сөләймәнова. Ул федераль законда ҡайһы бер үҙгәрештәргә туҡталып үтте, төп хоҡуҡ боҙоу төрҙәре, планлы һәм пландан тыш тикшереүҙәр тураһында ентекле һөйләне.

Бындай осрашыуҙар, тәү сиратта, эшҡыуарҙарға файҙалы, сөнки улар урында түләүһеҙ консультация ала, яңы сауҙа ҡағиҙәләре тураһында белә. Әммә, 10 апрель һанындағы гәзиттә был турала иғлан ителеүенә ҡарамаҫтан, барыһы тураһында ла хәбәрҙар булырға, хоҡуҡи белемлелеген арттырырға теләүселәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп булманы. Ултырыштар залында егермеләгән кеше булды, улар араһында бөтәһе 5-6 эшҡыуар. Шуға ҡарамаҫтан, һорауҙар етерлек булды. Улар аҙыҡ-түлек, тауар сифатын тикшереүгә, гарантия сроктарына бәйле ине.

Район халҡы өсөн был көндө 12.00 сәғәттән 13.00 сәғәткә тиклем «Ҡыҙыу линия» эшләне, шулай уҡ район хакимиәтенең АПК, эшҡыуарлыҡ һәм ҡулланыусылар баҙары бүлегенең баш инженеры кабинетында сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса белгестәр шәхси ҡабул итеү үткәрҙе (һүрәттә). Бында ла ҡулланыусылар һәм эшҡыуарҙар яғынан да әүҙемлек күҙәтелмәне.

Артабан Ләлә Хәмзә ҡыҙы Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжының Стәрлебаш филиалы уҡыусылары өсөн лекция-әңгәмә үткәрҙе, шул уҡ ваҡытта «Арзан» сауҙа үҙәгендә консультация өҫтәле (һүрәттә) эшләне.

- Шәхси ҡабул итеүгә шәхси эшҡыуарҙар ҙа, һатып алыусылар ҙа килде, - тине граждандарҙың һорауҙарына яуап биргән баш белгес-эксперт Оксана Сафина. - Һорауҙар, нигеҙҙә, тейешле һәм (йәки) насар сифатлы аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙарҙы алмаштырыуға һәм кире ҡайтарыуға ҡағылды. Шулай уҡ эске кейем, метрлап һатылған төҙөлөш материалдарын, мәҫәлән, ленолеумды алмаштырыуға һәм кире ҡайтарыуға бәйле һорауҙар булды. (Әйткәндәй, РФ Хөкүмәтенең 1998 йылдың 19 ғинуарындағы 55 һанлы ҡарарына ярашлы, был тауарҙарҙы кире ҡайтарырға һәм алмаштырырға ярамай). Шулай уҡ белгестәргә сауҙа үҙәге һатыусылары браклы тауарҙарҙы кире ҡайтарыуға бәйле һорауҙар менән мөрәжәғәт итте.

Күсмә сара барышында ҡулланыусыларға көнүҙәк һәм файҙалы мәғлүмәт яҙылған брошюралар таратылды.

Фаягөл ЙОСОПОВА.
Читайте нас: