«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер төбәктәрҙә һауа торошо ҡамасаулай, әммә, шуға ҡарамаҫтан, тауыш бирергә йөрөү кимәле юғары. Кешеләр ихлас күңелдән, яҡшы кәйеф менән бара. Төбәктәрҙә кешеләргә уңайлы тауыш биреү һәм Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауға үҙ мөнәсәбәтен белдереү өсөн бөтә шарттар һәм мөмкинлектәр менән тәьмин итеүгә әҙерлек эше башҡарылды. Бөтәһе лә иң юғары кимәлдә үтер тип ышанам», — тине Михаил Бабич.