Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
14 Март 2018, 22:23

Рәсәй Президентын һайлауҙа йәш һайлаусыларға бүләктәр тапшырыла

Башҡортостанда Рәсәй Президентын һайлауҙа беренсе тапҡыр тауыш биреүселәргә бүләктәр әҙерләнгән.

Республика Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы Хәйҙәр Вәлиев «тура бәйләнеш» барышында ошо хаҡта һөйләне.
«Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы Рәсәй Президентын һайлауҙы ойоштороусы булараҡ тәүгә тауыш биреүселәр өсөн сувенирҙарға бер ни тиклем аҡса бүлде», — тип хәбәр итте Хәйҙәр Вәлиев.
Һәр төбәктә улар төрлөсә. Үҙәк һайлау комиссияһында бүләктәр тураһында тулы мәғлүмәт менән таныштырманылар.
Рәсәй Президентын һайлау 18 мартта уҙа. Унда һигеҙ кандидат: Бабурин Сергей Николаевич («Рәсәй дөйөм халыҡ союзы»), Грудинин Павел Николаевич (КПРФ), Жириновский Владимир Вольфович (ЛДПР), Путин Владимир Владимирович (үҙен-үҙе күрһәткән), Собчак Ксения Анатольевна («Гражданлыҡ инициативаһы»), Сурайкин Максим Александрович («Рәсәй коммунистары»), Титов Борис Юрьевич (Үҫеш партияһы), Явлинский Григорий Алексеевич («Яблоко») ҡатнаша. "Башинформ".
Читайте нас: