Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
14 Март 2018, 22:26

Башҡортостанда Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһен ғәмәлгә ашырыу буйынса эшсе төркөм ойошторола

Төбәк парламентында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенең төп положениеларын тормошҡа ашырыуҙы ҡануни яҡтан тәьмин итеү буйынса эшсе төркөм ойошторола.

Был хаҡта Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев хәбәр итте. Ошо көндәрҙә Тверь ҡалаһында Дәүләт Думаһы спикеры Вячеслав Володин төбәктәрҙә эксперттар һәм эшлекле даирәләр ҡатнашлығында шундай эшсе төркөмдәр төҙөү тәҡдимен индергәйне. Вячеслав Володин фекеренсә, бындай төркөмдәр берлектәге закон проекттарын, Дәүләт Думаһында тикшереүҙе көтөп тормайынса, закон сығарыу йыйылыштары кимәлендә әҙерләргә мөмкинлек бирер ине.
«Мөрәжәғәтнамәнең тәүге өлөшөндәге төп тезистарҙың күпселеге төбәк һәм урындағы кимәлдә хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр менән бәйле, — тип иҫәпләй Константин Толкачев. — Шуға бәйле Дәүләт Йыйылышы республикабыҙҙа Мөрәжәғәтнамә положениеларын тормошҡа ашырыуҙы ҡануни яҡтан тәьмин итеү буйынса план әҙерләнде. Әлеге ваҡытта был документ тамамланыу өҫтөндә. Беҙ уны 16 мартта республика Парламенты президиумы ултырышында раҫларға ниәтләйбеҙ. Бер үк ваҡытта күрһәтелгән планды ғәмәлгә ашырыу менән шөғөлләнергә тейешле эшсе төркөм төҙөлә. Ошо башланғысыбыҙ Дәүләт Думаһы рәйесе индергән тәҡдим менән тап килде».
Эшсе төркөм составына закондар сығарыу йыйылышы парламентарийҙарынан тыш, муниципаль кимәлдәге депутаттар, республика Хөкүмәте, министрлыҡ һәм ведомство, йәмәғәт ойошмалары, ғилми йәмәғәтселек, бизнес вәкилдәре лә инә. Эшсе төркөм бойомға ашырырға тейешле план төбәк закон проекттарын әҙерләүҙе, Дәүләт Думаһына закон сығарыу башланғыстарын индереүҙе, парламент тыңлауҙарын, асыҡ фекер алышыуҙарҙы һәм башҡа сараларҙы үҙ эсенә ала. "Башинформ".
Читайте нас: