«Миссия Башҡортостанға 15 мартта килә. Уның составында Беларусь Республикаһынан бер күҙәтеүсе һәм 12 Ҡаҙағстан вәкиле бар», — тип һөйләне Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе.
16 февралдән республикала Европала хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошма (ОБСЕ) күҙәтеүселәре эшләй, тип асыҡлыҡ индерҙе Хәйҙәр Вәлиев. Уларҙың төбәк менән ҡыҙыҡһыныуы ҙур, шуға күрә 15-16 мартта Башҡортостанға ҡыҫҡа сроклы күҙәтеүселәр килә.
Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, тауыш биреү көнөндә халыҡ-ара күҙәтеүселәр тәржемәселәр менән бергә мониторинг маршруттары буйлап йөрөй. Улар һайлау участкаһының ябылыуын һәм участка һайлау комиссияларының береһендә тауыштарҙы иҫәпләүҙе күҙәтергә мөмкин. Территориаль һайлау комиссияһында күҙәтеүселәр «Һайлау» дәүләт автоматлаштырылған системаһына йомғаҡлау протоколдары мәғлүмәттәрен индергәнде тикшерә. Күҙәтеү йомғаҡтары буйынса улар участка һайлау комиссияларынан йомғаҡлау протоколдарының һәм территориаль һайлау комиссияларынан йыйылма таблицаларҙың раҫланған күсермәләрен алырға тейеш. "Башинформ".