Республика Башлығы Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә “Һаҡсыл поликлиника” тигән ошондай уҡ проекттың тормошҡа ашырылыуы тураһында һөйләне. Проект һөҙөмтәһе менән ул Белорет районына эш сәфәре барышында танышҡайны.
— Башҡарылған эш миңә бик оҡшаны. Поли- клиника ҡулай итеп йыһазландырылған. Унда регистратура кеүек боронғолоҡ ҡалдыҡтарынан ҡотолғандар. Ресепшн ойошторғандар, кеше килә, ҡайҙа мөрәжәғәт итеү кәрәклеген һораша. Һәр ғәмәл тамырынан уйланылған. Табиптарға ла, медицина персоналына ла эш еңеләйгән, иң мөһиме — пациенттарға, учреждениеға килгән кешеләргә уңайлыҡтар артҡан, — тине Рөстәм Хәмитов.
Уның әйтеүенсә, “Һаҡсыл Хөкүмәт” проекты тормошҡа ашырылған төбәктәр әле ярайһы уҡ ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшә.
— Алда еңел булмаған ижади эш көтә. Һөҙөмтәлә ведомстволарҙағы идараға системалы ҡараш барлыҡҡа киләсәк, — тине төбәк етәксеһе. "Башҡортостан гәзите"нән.