Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
29 Декабрь 2016, 12:15

Информацион белдереү

29 декабрҙә район Советының сираттан тыш VI ултырышы үтте. Депутаттарҙан тыш, унда Етенсе саҡырылыш Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты З.З.Байғусҡаров, район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров, уның урынбаҫарҙары, район прокуроры М.С.Валиков, ауыл биләмәләре башлыҡтары, район хакимиәтенең структур подразделениелары, предприятиелар, учреждениелар һәм район хужалыҡтары етәкселәре ҡатнашты. Ултырышты район Советы рәйесе Ю.Х.Рысаев алып барҙы.
Көн тәртибенә ике мәсьәлә ҡуйылды. «2016 йылға һәм 2017-2018 йылдарҙың планлы осорона Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль район бюджеты тураһында» 2015 йылдың 16 декабрендәге 35-3 һанлы Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш муниципаль район Советының XXXV ултырышы ҡарарына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында»ғы беренсе мәсьәлә буйынса район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары, финанс идаралығы начальнигы В.Ғ.Шәрипова сығыш яһаны.
«Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль район Советының 2012 йылдың 24 декабрендәге «Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы муниципаль район хакимиәте структураһын раҫлау тураһында»ғы 3-7 һанлы ҡарарына үҙгәрештәр индереү тураһында» (Советтың 2013 йылдың 30 ғинуарындағы 4-6 һанлы, 2013 йылдың 30 декабрендәге 15-2 һанлы, 2014 йылдың 24 февралендәге 16-7 һанлы, 2014 йылдың 17 апрелендәге 17-8 һанлы, 2014 йылдың 24 декабрендәге 25-5 һанлы, 2015 йылдың 26 февралендәге 28-7 һанлы, 2015 йылдың 16 декабрендәге 35-4 һанлы ҡарарҙары редакцияһында) икенсе мәсьәлә буйынса муниципаль хеҙмәт, хоҡуҡ һәм кадрҙар эше бүлеге начальнигы М.М.Йосопов сығыш яһаны.
Ултырыш аҙағында депутаттар һәм йыйылыусылар алдында РФ Дәүләт Думаһы депутаты З.З.Байғусҡаров һәм район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров сығыш яһанылар.
Тикшерелгән бөтә мәсьәләләр буйынса депутаттар тарафынан тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде.

Читайте нас: