Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
9 Февраль 2021, 13:45

Тормош шундай көслө рухлыларға буйһона

Мортаҙа ауылынан апайым Шәмсиямал Яҡупованың (һүрәттә) яҙмышы бәйән итергә теләйем. Уға тормошонда күпме һынауҙар үтергә тура килә! Әммә ул бер ваҡытта ла бирешмәне, көслө рухлы булды. Үҙем оло йәшкә еткәс кенә уның ныҡлығына, рух көсөнә хайран ҡалам.

Шәмсиямал апай - әсәйемдең бер туған һеңлеһе, сығышы менән Мөхәмәтдәмин ауылынан. Беҙ икебеҙ ҙә Мортаҙа ауылы егеттәренә кейәүгә сығып, ошо ауылда төпләндек. Шуға күрә уның яҙмышы миңә яҡшы таныш.
Шәмсиямал апай 1930 йылдарҙа Хәйбрахман Усмановҡа кейәүгә сыға. Ғаиләлә улдары Минрахман тыуа. Уҡымышлы, ойоштороу һәләттәре булған йәш Хәйбрахманды колхоз рәйесе итеп һайлайҙар. Ул йылдарҙа берәй яңғылыш әйткән һүҙ, нахаҡ яла яғыу арҡаһында кешеләрҙе төрмәгә ултырталар ине. Хәйбрахман еҙнә менән ошондай хәл була. Уны хөкөм итәләр һәм һөргөнгә ебәрәләр. Шәмсиямал уның ҡайҙа һәм ниндәй хәлдә булыуы тураһында бер нимә лә белмәй. Унан бер хәбәр ҙә килмәй. Йылдар үтә. Шәмсиямал апай уны оҙаҡ көтә, әммә ауылда яңғыҙ донъя көтөүе ауыр була ул заманда. Күршеһе Мөхәмәтгәрәй Яҡупов кейәүгә сығырға тәҡдим яһағас, ул ризалыҡ бирә. Уларҙың яңы ҡорған ғаиләһендә тағы өс бала - Сәлим, Клара һәм Суфия тыуа. Һуғыш башланғас, ғаилә башлығы Мөхәмәтгәрәйҙе фронтҡа алалар. Ҡаты алыштарҙың береһендә ул һәләк була. Бер ни ваҡыттан ауылға тәүге ире Хәйбрахман ҡайтып төшә. Уны штрафбаттан фронтҡа алған булалар. Барыһы кеүек үк, һуғышта ҡатнаша. Һөргөндә ауыр эштә эшләүе, һуғышта ҡатнашыуы уның һаулығын ҡаҡшата. Ҡайтҡанда уҡ уның ныҡлы ауырғаны күренеп тора. Шәмсиямал апай, әлбиттә, уны ҡабул итә, уны һауыҡтырыу өсөн барыһын да эшләй. Хәйбрахман бер аҙ һауыҡҡас, үҙенең башҡаға кейәүгә сыҡҡанын һәм уға ҡатын була алмауын аңлатып, яҙмышын икенсе кеше менән бәйләүен һорай һәм Факияға димләй. Шулай итеп Хәйбрахман яңы ғаилә ҡора һәм улар өс балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтерәләр. 1954 йылда Хәйбрахман баҡыйлыҡҡа күсә.
Шәмсиямал апай дүрт балаһын яңғыҙы тәрбиәләп үҫтерә. Ғүмере буйы колхозда эшләне. Уның яуаплы булыуын белеп, һәр ваҡыт ауыр эштәрҙе тапшыралар. Йыш ҡына механизаторҙарға төшкө аш әҙерләүен һорайҙар. Бындай көндәрҙә ул эшкә иртәнге сәғәт биштә китә. Шуға тиклем һыйырын һауып, балаларына ашарға әҙерләп өлгөрә. Эштән һуң ғына ҡайта. Ә өйҙә тағы йорт мәшәҡәттәре көтөп тора. Оло улы Минрахман уның таянысы булды. Мин дә йыш ҡына апайыма барып, уға йорт мәшәҡәттәрендә ярҙам итергә тырыша инем.
Иҫемдә - апайым эштән ҡайтҡас, туҡмас йәйеп, киҫергә, икмәк һалырға ла өлгөрә ине. Баҫыу эштәре тамамланғандан һуң, көҙөн һәм ҡышын кис ултырғанда тегеү тегә ине. Ауылдаштары уға иҫке әйберҙәрҙән йәки ҡорамаларҙан балаларына берәй кейем тегеп биреүен, юрған һырыуын һорап килә ине. Ул балаҫтар ҙа һуҡты. Бер минут та эшһеҙ торманы. Шиғырҙар яҙырға ла, бәйеттәр сығарырға ла маһир булды. Шуның менән күңелен йыуатҡандыр, күрәһең. Ҡайһы бер яҙмалары миндә һаҡланып ҡалған. Әле шуларҙы уҡып, уның күңел кисерештәрен аңлайым. Әммә ул бер ҡасан да яҙмышына зарланманы. Балаларына ҡулынан килгәнсә ярҙам итеп йәшәне. Ейәндәрен бик яратты. Оло йәштә булғанда ла (ул сағында 80 йәште үткән ине) бер нисә айға Санкт-Петербургҡа барып, кесе ҡыҙы Суфияның балаларын ҡарашты. Ауылдаштары Шәмсиямал апайҙың тырышлығы, ярҙамсыллығы өсөн ихтирам итте. Уны бер нисә тапҡыр депутат итеп һайланылар. Үҙенең төплө кәңәштәре менән ауылдаштарының проблемаларын хәл итергә лә ярҙамлашты.
Әҙәм балаһы барлыҡ ҡыйынлыҡтарҙы ла үткәрә икән, тик күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫкә кәрәк. Кешеләргә ярҙамлашыу, балаларының уңыштарына һөйөнөү уға көс-дәрт өҫтәгәндер, моғайын. Шундәй көслө рухлы ҡатын-ҡыҙҙары менән илебеҙ фашистарға ҡаршы һуғышта Еңеү яуланы һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа ла халыҡ хужалығын күтәрҙе.
Апайым да, уның улы Минрахман да күптән мәрхүмдәр инде, әммә улар минең хәтеремдә йәшәй. Урындары ожмахта, йәндәре йәннәттә булһын!
***
Һуғыш башланғанын ишеткәс,
Торҙом шунда төрлөһөн уйлап.
Ҡулыма матик ҡосаҡлап,
1941 йыл, 22 июнь ине.
Илем ҡырында ут яна,
Өйөмдә илай өс бала.
Балаларым етем ҡала,
Ҡалмаҫ ине, һис юҡ сара.
30 йәшемдә тол ҡалдым.
Инде еттем 75-кә.
Унда күргән ҡайғы-хәсрәт
Йөрәгемдән китмәй һис тә.
Йәшлек дәүерем шулай үтте,
Бер рәхәт тә күрмәнем.
Аяҡҡа кейҙем сабата,
Өҫтөмдә йыртыҡ күлдәгем.
Уйлап торһаң, ғәжәп бит был,
Хәҙер тормош йәннәт бит ул.
Эшләһәң малдар табыла,
Илемдән алтын ағыла.
Балаларым, минән васыят:
Ил яҙмышы һеҙҙең ҡулда.
Ил тыныс булһа, һеҙ ҙә иҫән -
Бер минут һин эшһеҙ торма.
Һис бер нәмә ҡыҙғанмағыҙ,
Ил һаҡлаған егеттәрҙән.
Ил һағында ныҡ торһондар,
Талатмаһындар эттәрҙән.
Биш йыл буйы яу ҡырында
Ергә күпме ҡан ҡойолған?
Йөрәгемдә мәңге ҡалды,
Ул уттар менән яҙылған.
Һыйыр менән ер тырматтыҡ,
Бата-сума баш ҡалҡытмай.
9 Май - Еңеү көнө!
Шунда күрҙек шатлыҡ көнөн!
Шәмсиямал Әхмәтша ҡыҙы ЯҠУПОВА.
Фәниә Усманова. Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: