Бөтә яңылыҡтар

Ҡышты оҙатыу байрамы үтте

Масленица ҡышты оҙатыу байрамы) - яҙ башланыр алдынан үткәрелеүсе иң шатлыҡлы байрам ул. Был күңел асыу өсөн яҡшы сәбәп кенә түгел, халыҡ йолаларын иҫкә төшөрөү мөмкинлеге лә. Традицияға ярашлы, февраль аҙағында беҙ Буҙат мәктәбендә лә ҡышты оҙатыу байрамын үткәрҙек.

27 февралдә көн йылы булды, ҡояш йылы нурҙарын бүләк итте, Шуға байрам урамда уҙғарылды. Балалар был ваҡиғаға әҙерләнде һәм уны түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Әҙерлек барышында улар элек Рәсәйҙә Масленица байрамын нисек үткәреүҙәре һәм уның йолалары тураһында күп нәмә белде.
Ә байрамда балалар рәхәтләнеп күңел асты: әйлән-бәйлән уйнаны, халыҡ йырҙарын башҡарҙы, таҡмаҡтар йырланы, көлкөлө уйындар ойошторҙо. Әлбиттә, «Һепертке ырғытыу», «Тауис ҡойроғо», «Умырзая», һеперткегә атланып уҙышыу, «Әтәстәр көрәше» кеүек уйындарҙа әүҙем ҡатнашты.
Балалар байрамда Ҡыш ҡарасҡыһын яндырыуҙың ерҙең уңдырышлылығын арттырыу өсөн кәрәк булыуын белде. Улар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән һаламдан яһалған ҡарасҡының яныуын күҙәтте һәм ерҙә яҡшылыҡ менән шатлыҡтың хакимлек итеүенә инанды. Ҡышты оҙаттыҡ, барлыҡ күңелһеҙлектәрҙе, үпкәләүҙәрҙе яндырҙыҡ һәм яңырыу, йәшлек, яҡшылыҡ сифаттарын берләштергән Яҙ миҙгеленә урын бирҙе.
Тәм-томдан һәм төрлө һыйҙан башҡа байрам буламы һуң инде! Байрамдан һуң мәктәп ашханаһында ҡоймаҡтар менән сәй эстек. Был көндө бөтөн ризыҡтар ҙа айырыуса тәмле һәм татлы тойолдо. Етмәһә, әсәйҙәребеҙҙең береһе балаларҙы үҙе бешергән үзбәк былауы менән һыйланы.
Байрам күңелле үтте. Бындай саралар балаларҙың да, ололарҙың да күңеленә хуш килде. Байрамды ойошторорға ярҙамлашҡан класс етәкселәренә рәхмәт белдерәбеҙ.
Гөлсинә НАСРЕТДИНОВА,
Буҙат мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы. Фото автор тарафынан бирелде.
Читайте нас: