Беҙҙең Тәтер-Арыҫлан ауылы мәсетенең матурлығына һоҡланмау мөмкин түгел. Матур ҙа, нурлы ла мәсетебеҙҙең ишеге ябылмай тиергә мөмкин. Һәр көндө манаранан яңғыраған аҙан тауышы, дини байрамдарҙа һәм йома көндәрендә һөйләгән вәғәздәр халыҡҡа тәьҫир итмәй ҡалмай. Йылдан-йыл дингә тартылыусылар арта. Бына бер нисә йыл имамыбыҙ Илдар хәҙрәт мәсеттә уҡыуҙар ойоштороп, ислам дине нигеҙҙәре буйынса дәрестәр бирә. Дин әһеле булараҡ, үҙенең халыҡты рухи яҡтан тәрбиәләү бурысын тейешенсә үтәй. Ул кешеләргә Аллаһы Тәғәлә юлына баҫырға, дингә ышанырға, йөрәге менән миһырбанлы булырға, изге Ҡөрьән китабының серҙәренә төшөнөргә ярҙам итә. Шәкерттәр араһында мәктәп уҡыусылары, йәштәрҙең һәм оло йәштәгеләрҙең булыуы һөйөнөслө. Хәҙер ауылда намаҙға баҫып, ураҙа тотоп, ислам ҡанундары буйынса йәшәргә ынтылыусылар артты. Күптән түгел мәсеттә Мәүлит байрамы уңайынан йыйылып, Мөхәммәт Пәйғәмбәр Мостафа саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм (с.ғ.с.) тураһында вәғәз тыңланыҡ. Һуңынан уға һәм уның туғандары, сәхәбәләренә арнап салауат-шәрифтәр әйттек. Сараға халыҡ күп йыйылғайны.
Рәсәй Ислам университетын тамамлаған имамыбыҙ үҙе лә белемен камиллаштырыу өҫтөндә эшләй. Алған белемен ауыл халҡына ла еткерергә тырыша. Йәш булһа ла, мосолмандарҙы берләштереүгә, уларҙың рухи үҫешен нығытыуға күп көс һалған, күңелдәребеҙҙә иман нуры уятып, изе ғәмәлдәргә өндәүсе имамыбыҙ Илдар Фәттәховҡа киләсәктә лә һаулыҡ, бәрәкәтле ғүмер теләйбеҙ.
Рәйлә МӘҮЛЕТҠОЛОВА. Тәтер-Арыҫлан ауылы.