Ошо көндәрҙә Ҡабыҡҡыуыш ауылында 73 йәшен бер ай элек кенә тултырған Рим Минеғол улы Собханғолов менән мәңгегә хушлаштылар. Бер туған апайым Роза менән илле йылдан ашыу ғүмер кисергән, дүрт ҡыҙға атай, ә миңә еҙнә ине ул. 30-сы һәм 40-сы йылдар баштарында донъяға килгән бик күптәр кеүек үк, уға ла бер тапҡыр ҙа “Атай!” тип өндәшеү бәхете тәтемәне. Ауылда һигеҙенсе класты тамамлап, механизатор һөнәренә эйә булды ла шул саҡтағы "Маяҡ” колхозында эшләне.
“Эшләне”, тип әйтеү генә етмәҫ, сөнки Совет хөкүмәте тарафынан “Дуҫлыҡ” ордены кеүек юғары наградаға лайыҡ булыу өсөн фиҙакәрлек тә күрһәтергә кәрәк. Тап шул сифат ураҡ кеүек ҡыҙыу кампанияла аттай егелеп эшләгән алдынғы комбайнсы Рим Собханғоловты КПСС ағзаһы булыу кеүек ул йылдарҙағы юғары исемгә лайыҡ иттерҙе. Тап шул сифат, юғары йәки махсус урта белеме булмаһа ла, “Маяҡ” колхозының һуңғы йылдарында хужалыҡтың баш инженеры вазифаһы йөкмәтелеүгә нигеҙ булды.
Ҡыҫҡаһы, ата-бабалар традицияһын дауам итеп, коммунист Собханғолов та йорт һалды, балалар үҫтерҙе, ағас ултыртты. Ир абруйы – иленән. Ихлас, ярҙамсыл, йомарт тәбиғәтле, кеше күңелен тәрән аңлаған, һәм хәтер ҡалдырырлыҡ һүҙҙәре менән рәнйетмәгән Рим еҙнә ауылдаштарының ғына түгел, уны күреп белгән барлыҡ кешеләрҙең күңелендә шулай һаҡланыр.