Бер ваҡыт беҙҙең танабыҙ сирләп китте - аяғына баҫа алманы. Көн буйына торманы, ашаманы ла. Ветеринар табиптарҙы саҡыртырға тура килде. Малды ҡарағас, улар шунда уҡ диагноз ҡуйып, кәрәкле укол, дарыу яҙып бирҙе. Бер нисә көндән малҡайыбыҙ тулыһынса һауыҡты. Һәм ошондай миҫалдар бихисап. Тулы хоҡуҡта беҙҙең ветеринарҙар иң яҡшылары тип әйтергә була! Уларға рәхмәт белдереп, эштәрендә уңыштар, именлек теләге килә.