Хат ташыусы Альбина Ишембәтова (һүрәттә) Мостафа ауылында тыуып үҫә. 2005 йылда Һарайҫа ауылы егете Рәфиткә кейәүгә сыға. Килен булып төшкәс урындағы хужалыҡта һауынсы, ашнаҡсы булып эшләй.
Бөгөнгө көндә Альбина Дамир ҡыҙы Һарайҫа, Бүләк ауылдары халҡына почта хеҙмәттәре күрһәтә. Гәзит-журналдар, төрлө баҫмалар, көнкүреш тауарҙарын Йәлембәт почта бүлексәһенән алып ҡайтып тарата, һата. Бөгөнгө көндә ике ауыл халҡы «Йәшлек», «Диләфрүз», «Себерке», «Серемде һиңә сисәм», «Яҙмыш ҡосағы», «Аҙашҡан мөхәббәтем», «ЗОЖ», «Өмет», «Башҡортостан» кеүек гәзит-журналдар алдыра. Шуныһы ҡыуаныслы, хат ташыусы Альбина Дамир ҡыҙы бик уңған, тырыш хеҙмәткәр. Алып ҡайтҡан баҫмаларҙы өйөнә лә индереп тормайынса, тәғәйен кешеләргә шунда уҡ алып барып тапшыра. Уңған хеҙмәткәр кешеләрҙең һәр һорауын иғтибарға алып, кәрәк йомоштарын үтәү юлында уңышлы эшләй. Ә был почта хеҙмәтенең эше бихисап. Халыҡҡа почта хеҙмәтен күберәк күрһәтеү өсөн көндәр дауамында халыҡ араһында була. Уның ғаиләһе лә, хужалығы ла, йорт мәшәҡәттәре лә етерлек. Улдары Вилдан, Данис, Динис Йәлембәт урта мәктәбендә белем ала. Тормош иптәше Рәфит Рәшит улы Стәрлетамаҡ ҡалаһында заводта эшләй.
Тәү ҡарашҡа ябай ғына күренгән почта хеҙмәткәренең эше үтә тынғыһыҙ икәнен Альбина Дамир ҡыҙы һәм ошо һөнәр эйәләре үҙҙәре генә белә. Өс бала әсәһе һәм көндө төнгә ялғап эшләп йөрөгән уңған ирҙең эшлекле ҡатыны булыу ҙа еңелдән түгелдер. Ҡаралты-ҡураны тейешле тәртиптә тотоу, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрау бурысы ла ауыр, йәй көндәрендә баҡса мәшәҡәттәре лә бихисап. Балалары һәр яҡлап ярҙам итергә тырыша.
Хат ташыусы менән барлыҡ уй-теләктәрҙе, шатлыҡ-борсолоуҙарҙы бүлешәбеҙ беҙ. Ул барыһын да күндерергә тырыша. Ауылдар буйлап күпме километр юл үтергә кәрәк был һөнәр эйәләренә. Ә улар өлгөр, тырыш, етеҙҙәр. Беҙҙең Һарайҫа, Бүләк ауылдары халҡы кеше хеҙмәте ҡәҙерен яҡшы белә. Быға тиклем дә эшләгән почта хеҙмәткәрҙәренең һәммәһе лә халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә, килешеп эшләне. Уңған һәм намыҫлы ҡатын-ҡыҙҙар барыһы менән дә уртаҡ тел тапты.
Альбинаның тағы ла бер яҡшы сифаты маҡтауға лайыҡ. Ҡәйнәһе Фәниә килененең уңғанлығына һоҡлана. Бер ҡасан да ваҡыты юҡлығына зарланмауына, барлыҡ эштәрендә лә ҡатнашып, бер туҡтауһыҙ ярҙам күрһәтеүенә ысын күңелдән рәхмәт белдерә. Бына шулай һәр саҡ маҡтау һүҙҙәре генә ишетеп, хеҙмәтенә юғары баһа алып эшләргә яҙһын Альбина Дамир ҡыҙына. Почта хеҙмәткәрҙәренә иҫәнлек, уңыштар юлдаш булһын!
Рима БАТЫРШИНА, Һарайҫа ауылы. Фото ғаилә альбомынан.