Бөтә яңылыҡтар

Ветеран апаһының ҡәберенә барып ҡайта

Был хат беҙгә интернет аша Өфөнән килде. Уның авторы - 83 йәшлек Ғәлиә Ғиззәтуллина. Йылдар үтеү менән ул күптәнге хыялын тормошҡа ашыра - 18 йәшендә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған апаһы Мәрйәмдең ҡәберлегенә барып ҡайта. Мәрйәм Ғиззәтуллина тураһында беҙ өс йыл элек Стәрлебаш ауылынан уның туғаны Резеда тормош иптәше Юнир Хәсәнов менән уның ҡәберлегенә барып ҡайтҡандан һуң яҙғайныҡ. Уларҙың һөйләгәнен тыңлап, тәьҫораттарынан илһамланып, был ханым килене менән оҙон юлға, Волгоград өлкәһенә юл тота.

Бөйөк Ватан һуғышында беҙҙең ғаиләнән ағайҙарым Барый, Ибраһим һәм апайым Мәрйәм ҡатнаша. Ул ваҡытта миңә ни бары биш йәш була. Йылдар уҙып, олоғайғас мин туғандарымды һағынып гел иҫкә төшөрәм. Барый ағайым 1918 йылда тыуа. Мәктәпте тамамлағас, уҡытыусы булып эшләй, балалар уҡыта. Оҙаҡламай уны армияға саҡыртып алалар, һәйбәт хеҙмәт итеп, ҡайтыр ваҡыты еткәс, 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Артиллерияны - һуғыш Аллаһы, тиҙәр, әммә артиллерист үҙе илаһи түгел. 1943 йылда немецтар Белгород йүнәлешендә һөжүмгә күскәс, ҡаты һуғыштар башлана. Шул ҡурҡыныс һуғыш ваҡытында батарея командиры, өлкән лейтенант Барый Ғиззәтуллин батырҙарса һәләк була. Немец илбаҫарҙары менән һуғышта батырлыҡ күрһәткәне өсөн уға хөкүмәттең юғары наградаһы - I дәрәжә Ватан һуғышы ордены бирелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ уның ҡайҙа ерләнгәнен белмәйбеҙ ҙә.

Ибраһим ағайым Еңеүҙе Берлинда ҡаршылай. Иҫән-имен тыуған ауылына ҡайтып ғүмер итә.

Мәрйәм апайым 1923 йылда тыуған. Ул Барый ағайымдың юлынан китә, уҡытыусы булып эш башлай. Уға ни бары 18 йәш була. Иптәш ҡыҙҙары Баныу һәм Зәкиә менән үҙҙәре теләп 1942 йылдың майында һуғышҡа китәләр. Ул Сталинград эргәһендә, ВНОС (һауанан күҙәтеү, хәбәр итеү һәм элемтә взводы) батальонында зенитсы булып хеҙмәт итә. Август айында фашист авиацияһы һөжүм иткәндә апайым ҙур батырлыҡ күрһәтеп һәләк була. Ул Сталинград өлкәһенең Озерки утарында туғанлыҡ ҡәберендә ерләнгән.

Ағымдағы йылда, Еңеү көнө алдынан, миңә киленем менән Мәрйәм апайымдың ҡәберлегенә барырға насип булды. Уның алдында һәм барлыҡ һәләк булған геройҙарға баш эйҙек. Мин хәҙер апайымдың йәне тыныс, ятҡан урыны сәскәгә күмелгән тип ғорурланып әйтә алам. Урындағы халыҡ ауылдарын һаҡлап, һәләк булғандарҙың иҫтәлегенә һаҡсыл ҡарай. Бында матур мемориал төҙөлгән. Уның эргәһендә һәр ваҡыт тере сәскәләр үҫеп ултыра, бик матур. Беҙ апайым фатирҙа торған ғаиләнең туғандарында, уның һәләк булған урынында булдыҡ. Хәҙер унда ағастар үҫеп ултыра. Урындағы власть вәкилдәре беҙҙе ихлас ҡаршылап, һәр ваҡыт оҙатып йөрөнө, иғтибарҙарын йәлләмәне. Бының өсөн уларға ҙур рәхмәт.

Оло йәштә булыуыма ҡарамаҫтан, хыялымды тормошҡа ашыра алғаныма Аллаһ Тәғәләгә, шулай уҡ мине оҙатып йөрөүсе киленемә ҙур рәхмәтлемен. Тыныс күк йөҙө аҫтында йәшәүебеҙ менән ниндәй бәхетлебеҙ тигән фекер менән ҡайттым мин унан. Азатлыҡ һәм тыныслыҡ яулағандарҙы беҙ һәр ваҡыт иҫләргә тейеш.

Ғәлиә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА. Өфө ҡалаһы.

Редакциянан.
Читайте нас: