Иртә менән Ғәлиә Ғәли ҡыҙына тәрбиәләнеүселәре үҙҙәренең яңылыҡтары, шатлыҡтары менән уртаҡлашырға ашыға. Тап уға балалар бөтә серҙәрен ышанып һөйләй. Ә ул иһә балаларға тирә-яҡ донъяны танып белергә, тәбиғәттең хозурлығын күрергә, яҡшыны ямандан айырырға, тормошта кәрәк буласаҡ һәр нимәгә өйрәтә, уларҙы мәктәпкә әҙерләй.
Ғ.Фәтҡуллина - тәжрибәле педагог. Ул һәр ваҡыт ижади эҙләнеүҙә. Уның һәр занятиеһы ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс үтә. Һәр ваҡыт өйрәнеү, тикшеренеү, ижад итеү теләге уятырға тырыша. Ул һәр саҡ кескәйҙәргә ваҡытын файҙалы үткәрһен өсөн нимә тәҡдим итергә, нимә менән мауыҡтырырға, балаға һәләттәрен асырға нисек ярҙам итергә кәрәклеген белә. Ошондай ваҡиғаларға бай көндән һуң балалар өйҙәренә ҡайтҡас шатланып тәьҫораттары менән уртаҡлаша, шиғырҙар һөйләй, йырҙар йырлай, үҙҙәре эшләгән ҡул эштәрен күрһәтә.
Ғәлиә Ғәли ҡыҙы балаларға тәрбиә һәм белем биреү эшендә иң төп ярҙамсылар - ата-әсәләр менән дә эште оҫта ойоштора белә. Ул беҙҙе төркөмгә әүҙем йәлеп итеп, ата-әсәләр һәм балаларҙы үҙе эргәһендә берләштереп, үҙ-ара аңлашыусанлыҡ, ышаныу һәм ярҙам мөхите булдыра алды. Ошо көндәрҙә балаларыбыҙ баҡса менән һаубуллашасаҡ һәм беҙ балаларыбыҙға ҡарата ихлас һөйөүе, һөнәри оҫталығы өсөн Ғәлиә Ғәли ҡыҙына рәхмәт белдерәбеҙ. Һәм шулай уҡ уның 50 йәшлек юбилейы менән ҡотлауҙарға ҡушылабыҙ!
2 һанлы Стәрлебаш балалар баҡсаһының «Аҡ сәскә» төркөмө ата-әсәләре һәм тәрбиәләнеүселәре.