Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
12 Апрель 2019, 12:37

Балалар китабы аҙналығы ижади мөхиттә үтте

Март аҙағы китап уҡыусы балалар өсөн традиция буйынса ҙур байрам - Балалар китабы аҙналығы менән ассоциациялана. Был барлыҡ китап уҡырға яратыусыларҙың, ҡыҙыҡһыныусан балалар һәм өлкәндәр, китапҡа ғашиҡ булғандар, күңелле мажаралар, яңы әҙәби асыштар, ҡыҙыҡлы кешеләр менән танышыу байрамы һәм уларҙың китапханаға йөрөү-йөрөмәүе мөһим түгел.

Балалар китабы аҙналығы иҫ киткес яҙыусы Лев Кассиль тәҡдиме менән 1943 йылда - Бөйөк Ватан һуғышы ҡыҙған мәлдә булдырыла, яҙыусы Мәскәүҙә беренсе Аҙналыҡты аса ла. Шул осорҙан алып йыл һайын март аҙағында ошо сара билдәләнә.

Ағымдағы йылда ла был байрам үткәрелмәйсә ҡалманы. 26 мартта беҙҙең Балалар модель китапханаһында башланғыс кластар уҡыусыларын ысын сюрприз көттө. Китапхана хеҙмәткәрҙәре улар өсөн театрлаштырылған тамаша әҙерләне, унда әкиәт геройҙары - төлкө Алиса һәм бесәй Базилио, хат ташыусы Печкин, Карлсон һәм Китаптар Батшабикәһе ҡатнашты. Сара дауамында балалар йомаҡтар систе, викториналарҙа ҡатнашты.

Икенсе көнөдө 2-се Стәрлебаш урта мәктәбенең 4 класс уҡыусылары өсөн «Әҙәби сәйәхәт» квест-уйыны ойошторолдо. Рус һәм сит ил яҙыусылары әкиәттәре биттәренә сәйәхәт ҡылыу үтә ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды. Кескәй китап уҡыусыларыбыҙ өсөн китапхана хеҙмәткәрҙәре «Ҡояшҡайға бүләк» ҡурсаҡ спектаклен әҙерләне.

Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығы ижади, хеҙмәттәшлек мөхитендә үтте. Китапханасылар һәр бала бында йәнә теләп килһен өсөн уларҙы максималь рәүештә ҡыҙыҡһындырырға тырышты.


Илзидә НАСИРОВА,

Балалар модель китапханаһы мөдире.
Читайте нас: