Бөтә яңылыҡтар

Күңелле йәшәйҙәр

Табылды ауылы ҡатын-ҡыҙҙары, хеҙмәт ветерандары буш ваҡыттарын әүҙем һәм файҙалы үткәрә. Күндерәк ауыл билмәһендә «Ағинәйҙәр» ойошмаһы эшләй. Бында ауылдарҙың арҙаҡлы, үрнәкле, эшсән, аҡыллы ағинәйҙәре ҡатнаша.

Ауылда үткәрелгән изге эштәргә көстәрен дә, ваҡыттарын да йәлләмәй, барлыҡ сараларҙа ла теләп ҡатнашалар. Шулай уҡ бәйләү түңәрәге ойошторғандар һәм аҙна һайын ауыл клубында йыйылалар.

Унда һәр «ағинәй» мамыҡ шәл, ойоҡбаш, бирсәткә, өс мөйөшлө мамыҡ яулыҡ, пинеткалар бәйләй. Яңы нимәгә бер-береһенән өйрәнә. Бәйләгән ваҡытта йырлайҙар, шиғыр һөйләйҙәр, хатта бейейҙәр ҙә. Кис ултырыу үҙ ҡулдары менән бешергән ризыҡтарҙан ауыҙ итеп, хуш еҫле сәй эсеү менән тамамлана. Өҫтәл артында ниндәйҙер һығымта яһайҙар, киләсәккә пландары менән уртаҡлашалар, бер-береһенең эштәрен ҡарайҙар.

Ҡул оҫталары, хеҙмәт ветерандары Хәлиҙә Хужина, Нурия Мөхәмәтова, Фәйрүзә Ғайсина, Венера Байғужина, Люциә Абдрахманова, Әлфира Дауытова, Гөлсинә Хөсәйенова, Люциә Умарова.

Бынан тыш, бер байрам да уларҙан башҡа үтмәй. Унда улар төрлө йолалар, халыҡ традициялары һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен күрһәтә. Мәҫәлән, «Ҡаҙ өмәһе», «Килен төшөрөү», «Миндек бәйләү», «Бәпес һөйөү», «Килен һөйөү» йолалары һәм башҡалар. Шулай уҡ Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдарын да онотмайҙар. Уларҙың сығыштары ауыл халҡына һәм ҡунаҡтарға бик оҡшай. Улар ойоштороусыларға ҙур рәхмәт белдерә һәм сараларға теләп йөрөй, ә байрамдарҙан көс-ҡеүәт, күтәренке кәйеф алып таралыша.

Нурия ИСМӘҒИЛЕВА,

Күндерәк ауыл биләмәһе ветерандар советы рәйесе.

Фото автор тарафынан бирелде.
Читайте нас: