Йәшергән урта мәктәбенең 4 класс уҡыусылары атайҙарын хөрмәт итәләр, улар менән ғорурланалар. Быйыл Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан улар атайҙарын ҡунаҡҡа саҡырырға ҡарар итте.
Әҙерлек эштәре бик иртә башланды. «Минең атайым иң яҡшыһы» тигән темаға һәр бала проект эше әҙерләне. Унда атайҙар тураһында инша яҙҙылар, фотоһүрәттәр менән стенгазета сығарҙылар, хеҙмәт дәресендә үҙ ҡулдары менән ҡотлау открыткалары, саҡырыу ҡағыҙҙары эшләнеләр. Һәр эш үҙенсәлекле, йөкмәткеле, сағыу килеп сыҡты. Әҙерлек барышында уҡыусылар ир-егеттәргә, атай-олатайҙарға бағышланған йырҙар, шиғырҙар өйрәнде.
Байрам балаларҙың атайҙарына бағышланған шиғырҙарҙан башланды. Хөрмәтле ҡунаҡтар уҡыусыларҙың һәр сығышын алҡыштарға күмде. «Дуҫлыҡ», «Ҡурай моңо», «Моряктар» бейеүе улар күңеленә айырыуса хуш килде. Байрам аҙағында атайҙар балалар менән уйындар уйнаны, интеллектуаль һорауҙарға яуап бирҙе.
Ғаилә терәге, балаларына үрнәк булған атайҙарыбыҙ уҡыусыларға, класс етәксеһенә күңелле байрам өсөн рәхмәт белдерҙе, малайҙарҙы армия хеҙмәтенән ҡурҡмаҫҡа, кесе йәштән үҙеңде сыныҡтырырға, спорт менән дуҫ булырға, ауырлыҡтарға бирешмәҫкә, тыуған илебеҙҙе яратырға һәм лайыҡлы кешеләр булып үҫергә саҡырҙылар.
Күңелле сара сәй табыны артында дауам итте.
Дамира ДИЯРОВА, Йәшергән мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы.
Фото автор тарафынан бирелде.