Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
15 Февраль 2019, 11:37

Офицер антына тоғро яугир

Минең атайым Вәғиз Вәиз улы Рысаев ғүмерен хәрби хеҙмәткә бағышланы. Уның формаһы һәм погондары ғына ни тора ине. Күҙ алдына шунда уҡ Ватандың ғәййәр һаҡсыһы образы килеп баҫа. Ул Тыуған илде һаҡлап ҡына ҡалманы, ә Афғанстанда интернациональ бурысын да үтәне. Һәр ваҡыт, айырыуса, 15 февралдә - ошо илдән совет ғәскәрҙәрен сығарыу көнөндә уны ҙур ғорурлыҡ менән һағынып иҫкә алам.

Атайым тыумышы менән Тәтер-Арыҫлан ауылынан. Уҡымышлы, мыҡты кәүҙәле һәм зирәк егет бала саҡтан уҡ хәрби булырға хыяллана. Ғаиләлә дүрт малай үҫәләр һәм уларҙың барыһы ла изге бурысын лайыҡлы үтәй. Атайым урта мәктәпте тамамлағандан һуң, 1976 йылда, Свердловск юғары хәрби танк-артиллерия училищеһына уҡырға инә. Уҡыуын тамамлаған егетте замполит сифатында илебеҙҙең иң көньяҡ нөктәһенә, Төркөстан хәрби округына, Кушка ҡалаһына, ә бер йылдан, 1982 йылда, Афғанстанға йүнәлтәләр. Уға, йәш егеткә, сит ерҙә 18-19 йәшлек егеттәргә ярҙам итергә, кәңәш бирергә, тынысландырырға тура килә, шуға күрә уны барыһы ла хөрмәт итә. Бер заман рейд ваҡытында уларҙы ҡышлаҡта ҡулға алып, бикләп ҡуялар һәм һорау ала башлайҙар, һеҙ хыянатсы тип, үлтереү менән янайҙар. Шул ваҡыт атайым үҙенең мосолман булыуын әйтә һәм Ҡөрьәндән сүрә уҡығас ебәрҙеләр, тип һөйләгәйне.

Афғанстан - тауҙар иле. Дошмандар тоҙағына эләкмәҫ өсөн, уларға йыш ҡына тауҙарға һыйынып йөрөргә тура килә. Бер ваҡыт хәрби операция ваҡытында мина шартлағанда атайым ҡаты яралана. Йыл ярым тирәһе тирәһе тәүҙә Ташкент, һуңынан Солнечногорск һәм Өфө ҡалалары госпиталдәрендә дауалана. Бер нисә операция үткәрә. Минең өсәләйем Вәсилә (әле мәрхүм) туғандарын: «Иламағыҙ. Унан хаттар алып торабыҙ. Кире адресы урынына «ялан почтаһы» тип яҙылыуында бер ниндәй ҙә насарлыҡ юҡ. Тимәк, ул иҫән һәм өмөт бар» тип йыуата ине. Вәиз олатайым менән Ризмил бабайым Солнечногорск госпиталендә ятҡанда атайымды барып күрәләр. Бер аҙҙан, күрһәткән батырлығы өсөн атайымды Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләйҙәр. Ғаиләбеҙҙә ошондай орденлы ике кеше барлығы тураһында әйткем килә. Тағы береһе, алдынғы һауынсы булараҡ, Вәиз олатайымдың әсәһе, ҡарт өләсәйем Миникамал Рысаевала ине.

Һауыҡҡандан һуң атайымды Сызрань ҡалаһына күсерәләр, икенсе ағайым Азат шунда тыуа. Өлкән ағайым Ренат Кушка ҡалаһында яҡты донъяға килә. Ә мин Өфө ҡалаһында тыуғанмын. Атайым капитан званиеһында 1989 йылда сирләү сәбәпле, отставкаға китә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алты йыл элек ул мәрхүм булды. Ваҡыт үтеү менән ҡайғы баҫыла тиҙәр. Юҡ, был дөрөҫ түгел. Уны һағынып, фотоһүрәттәренә ҡараһам, йөрәк әрней, күңел һыҙлана. Атайым бик белемле, тыныс холоҡло, изге күңелле кеше ине. Офицер званиеһына тоғро булды. Дуҫлыҡтың ҡәҙерен белде, туғандарын яратты һәм хөрмәт итте. Беҙ, балалары, лайыҡлы тәрбиә биргәне өсөн, уға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.

Беҙ өйҙә уның парад формаһын һаҡлайбыҙ. Унда Ҡыҙыл Йондоҙ ордены балҡый. Мин улдарыма олатайҙарының батырлығы тураһында йыш һөйләйем.

Бар ғүмерен хәрби хеҙмәткә бағышлап, ауыр яугир юлы үткән офицер, Афғанстанда хәрби хәрәкәттәр ветераны - Вәғиз Вәиз улы тураһында иҫтәлек күңелдәребеҙҙә мәңге йәшәй. Уның хаҡында яҡташтары ла белһен һәм ғорурланһын ине.

Азалия АҠСУРИНА (РЫСАЕВА).
Читайте нас: