Нурия апай күп балалы ғаиләлә алтынсы бала булып донъяға килә, атаһы тураһында ишетеп кенә белә. 1941 йылда Германия менән һуғыш башланғас, уның атаһы Ибраһимды, «Яңы юл» колхозының алдынғы шоферын, тәүгеләрҙән булып фронтҡа алалар.
- Беләһегеҙме, ул үҙенең машинаһында фронтҡа киткән. Уны бөтә ауыл менән оҙатҡандар, - тип һөйләй Нурия апай.
Ғәширә шул саҡта алтынсы балаға йөклө була. Иренең Брянск ҡалаһынан яҙған хаты һуңғыһы була, ә 1943 йылда уға «ҡара ҡағыҙ» килә. Ғәширә апай һуңғы һулышына тиклем ирен көтә. Һылыу һәм аҡыллы ҡатынды бер нисә тапҡыр димләп тә ҡарайҙар, әммә ул бөтәһенә лә баш тарта һәм һөйөклөһөнә тоғро ҡала.
Һуғыштан һуң, 1949 йылда, Нурия 1 класҡа уғырға бара.
- Беҙҙе Мәғүзә апай Баһауетдинова уҡытты. Мин «4» һәм «5» билдәләренә генә өлгәштем. Ул йылдарҙа Табылды һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә беҙҙең ауылдан тыш, күрше Федоровка районы ауылдарынан да 170тән ашыу уҡыусы белем алды. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа бик ауыр ине. Бала саҡтан уҡ әсәйебеҙгә ярҙамлашырға һәм ғаиләне туйындырыр өсөн эшләргә тура килде. Мин уҡырға теләнем һәм ауылдағы ҡыҙҙар менән бергә Һарайҫа урта мәктәбенең 9 класына барҙыҡ. Улар араһында - Зилә Исмәғилева, Әлмира Иҙрисова, Әлмира Ғәлиева, Роза Нуриевалар булды. 10 класты тамамлағандан һуң, уҡыуымды дауам итергә теләнем. Әммә мөмкинлек булманы. Башҡорт дәүләт университетында белем алған Маһинур апайымды уҡытҡас, әсәйебеҙгә икебеҙҙе лә уҡытырға хәленән килмәҫ ине, - тип хәтерләй ул.
Нурияның ойоштороу һәләтен күреп, уны Табылды ауыл клубы мөдире булып эшләргә саҡыралар. Ҡыҙ эшкә бар күңелен һалып, көндөҙ ҙә, төнөн дә тиерлек ваҡытын клубта үткәрә. Ауыл халҡы менән концерттар, киске уйындар ойошторалар, пьесалар ҡуялар. Ауыл клубы халыҡтың һәм йәштәрҙең яратҡан ял урындарының береһенә әүерелә.
Мөхәббәт көтмәгәндә килә. Беҙҙең мәҡәлә геройы менән дә шулай була. Әле генә фронттан ҡайтҡан йәш, сибәр, аҡыллы Рифат Әлимбаевҡа ауылдың барлыҡ ҡыҙҙары тәү ҡараштан ғашиҡ була. Әммә ул Нурия һылыуҙы һайлай. Бер нисә тапҡыр осрашҡандан һуң, боронғо башҡорт йолаһы буйынса ул уны урлай. Рифат ағай һәм Нурия апай шулай итеп ғаилә ҡора.
Шофер һәм механизатор һөнәрҙәренә эйә булған ғаилә башлығы тәүҙә водитель, һуңынан механизатор булып эшләй. Ауылдаштары Рифат ағайҙың 20 йылдан ашыу ҡеүәтле К-700 тракторында эшләүен, оҙаҡ йылдар комбайнсы булыуын да яҡшы хәтерләй. Йәш, яуаплы, техниканы яҡшы белгән механизаторҙы хужалыҡ етәксеһе һәм партия ойошмаһы секретары күреп ҡала. Ысын коммунист, «Яңы юл» колхозы рәйесе Хәйруша Хужин уға партияға инергә тәҡдим итә. 30 йыл ул намыҫлы һәм ғорурлыҡ менән коммунист исемен йөрөтә. Бер нисә йылдан Рифат ағай алдынғылар иҫәбенә инә. Намыҫлы хеҙмәт өсөн 1974 йылда «Почет билдәһе» орденына, «В.И.Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу хөрмәтенә» миҙалына лайыҡ була, бер нисә йыл «Социалистик ярыш еңеүсеһе» билдәһе, КПСС райкомы һәм район Советының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә.
Ниндәй техникала эшләһә лә, уға һаҡсыл ҡарай, ватыҡ техниканы үҙе йүнәтә. Кешеләр өсөн эшләй һәм йәшәй.
Рифат Хәмит улының арабыҙҙа булмауына 16 йыл. Әммә атаһы ҡулдан-ҡулға тапшырған К-700 тракторында хәҙер улы Альберт эшләй. «Алма ағасынан алыҫ төшмәй» тигән мәҡәлде раҫлап, ул, атаһы кеүек үк, 20 йыл унда иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.
Нурия Ибраһим ҡыҙын тик яҡшы яҡтан ғына баһаларға мөмкин. Һөнәри белем алыу мөмкинлеге булмағас, уға сөгөлдөр үҫтерергә, байтаҡ йылдар звено етәксеһе булып эшләргә тура килә. Шул ваҡытта һәр звеноға өсәр гектар сөгөлдөр утарға бирәләр, һәм улар һәр ваҡыт юғары уңыш ала.
- Көндәр буйына баҫыуҙа эшләнек, машина килгәс тамыраҙыҡты ҡул менән тейәй инек. Балалар баҡсаһы ул саҡта булманы, өйҙә лә мәшәҡәттәр етерлек ине. Барыһына ла нисек өлгөрҙөк икән? - тип көлә Нурия апай.
1977 йылда, яуаплы һәм намыҫлы хеҙмәтсән булараҡ, Нурия апайға хат ташыусы булырға тәҡдим итәләр.
- Һинең ҡулдан килә, тинеләр миңә, - тип дауам итә ул. -Көн һайын, ат егеп, Күндерәккә почта артынан бара торғайным.
- Үҙемә халыҡтан газ, электр уты, радио өсөн аҡса йыйырға, посылкалар, телеграмма, хаттар ебәрергә тура килә ине. Ҡайһы саҡ, хатта төнөн дә почта тарата торғайным. Эштән һуң атты ат һарайына алып барырға кәрәк ине. Хат ташыусы булып эшләгән йылдарҙа миңә, элекке кеүек үк, башҡалар менән бер рәттән сөгөлдөр баҫыуында эшләргә тура килде. Нисек өлгөргәнемдер, белмәйем, - ти Әлимбаева.
Ул 1995 йылға тиклем эшләй. Башпочтамт, КПСС район комитеты һәм район Советы башҡарма комитеты, Стәрлебаш элемтә бүлексәһе, «Правда» колхозы һәм Табылды хужалыҡ-ара предприятиеһы идаралығының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Өҫтәүенә, Н.Әлимбаева - хеҙмәт ветераны, бер нисә тапҡыр ауыл Советы депутаты итеп һайлана.
- Намыҫ ҡушҡанса йәшәнем һәм эшләнем. Минең өсөн иң ҙур бүләк - ауылдаштарымдың ихтирамы һәм хөрмәте, - ти Нурия Ибраһим ҡыҙы.
Ул тормош иптәше менән намыҫлы, егәрле, ғәҙел балалар тәрбиәләп үҫтерә. Улдары Альберт һәм Әнүзәр - «Нур» йәмғиәтенең алдынғы механизаторҙары, ҡыҙҙары Гүзәл - Салауат ҡалаһында оптика бүлеге мөдире. Улдары Ирек, Ҡазан юридик институтын тамамлап, хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләй, отставкалағы майор. Барыһы ла ғаилә ҡороп, етеш йәшәй. Бөгөнгө көндә Нурия апайҙың алты ейән-ейәнсәре һәм өс бүлә-бүләсәре бар.
- Мин - бәхетле әсәй һәм өләсәй! - ти ғорурлыҡ менән үҙе тураһында ветеран.
Һәм, ысынлап та, ул хаҡлы. Әлимбаевтар ғаиләһе беҙҙең ауыл өсөн генә түгел, тотош район өсөн дә үрнәк булып тора.
Нурия ИСМӘҒИЛЕВА, Күндерәк ауыл Советы ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесе. Фото ғаилә архивынан.
Һүрәттә: Нурия Әлимбаева (һулдан беренсе)