Мәрғизә һуғыштан һуңғы ауыр 1949 йылдың һыуыҡ февраль айында ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килде. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ул теремек, шәп һәм зирәк бала булып үҫте. Ҡабыҡҡыуыш һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тик яҡшы билдәләргә тамамлап, 1964 йылда Салауат медицина училищеһына уҡырға инде. Училищела ул гөрләп торған студент тормошоноң активисткаһы булып китә. Еңел атлетикаға булған һәләтен күреп, уны училищеның йыйылма командаһына индерәләр, физорг итеп һайлап ҡуялар. Уҡыуҙағы, спорттағы уңыштары өсөн күп тапҡыр бүләкләнә.
1968 йылда училищены Ҡыҙыл дипломға тамамлап, тыуған Ҡабыҡҡыуыш ауылында фельдшер-акушер булып эш башланы. Шул уҡ йылда ошо ауыл егете Ғәлийән Собханғоловҡа тормошҡа сыҡты. Мәрғизә Ҡабыҡҡыуыш ауыл медпунктының мөдире вазифаһында эшләгән дәүерҙә медпункт гел алдынғылар иҫәбендә булды. Быны бик күп маҡтау грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығының, район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары дәлилләй. Һәр саҡырылыш ауыл Советы депутаты, ике саҡырылыш район Советы депутаты итеп һайланды. Әлбиттә, бындай ышаныс уға юҡтан ғына килмәне. Уға заманында ат менән, трактор санаһында район үҙәгенә дарыу алырға, кәңәшмәләргә йөрөргә тура килде. Ул ваҡытта йөклө ҡатындар, йәш сабыйҙар күп ине. Ауырып китһәләр ауыл буйлап машина эҙләргә, өлгөрмәгәндә өйҙә бәпесләтергә, юлда машинала кендек әбейе булырға ла тура килә уға. Ана шул үткәндәрен ул һис тә зарланып түгел, ә һағынып, күҙҙәрен осҡонландырып иҫкә ала. Мәрғизә һеңлем үҙе дүрт балаға ғүмер бүләк итте. «Үҙемдең бер бала сәңгелдәктә, икенсеһен күлдәгенән бәйләп һикегә ултыртып китә инем – балалар баҡсаһы юҡ ине. Төндәрен ашығыс ярҙамға сығып китһәм балаларҙы иптәшем ҡарай торғайны», тип хәтерләй ул. Бергә эшләгән коллегаларын ихтирам менән, ә ҡайһыларын юҡһынып иҫкә ала: мәрхүмә шәфҡәт туташы Хәмиҙә еңгә, акушерка Миңлегөл Үләева, физкабинет шәфҡәт туташы Рәүфә Лоҡманова, санитаркалар Мәүә апай, Клара еңгә.
Беҙ, бер туғандар, Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан ауылыбыҙға ҡайтһаҡ Мәрғизә туғаныбыҙҙың ишеге һәр саҡ асыҡ, әлдә һин бар әле, тип китәбеҙ. Тик донъя булғас төрлө хәлдәр була шул – ҡыҙғанысҡа күрә, ул 50 йәшендә генә тол ҡалды. Яратҡан Ғәлийән кейәүебеҙ бынан 20 йыл элек вафат булды. 42 йәшендә генә улы Илшат та беҙҙе ҡалдырып китте. Шуға ҡарамаҫтан Мәрғизә төшөнкөлөккә бирелмәй, мамыҡ шәлдәр бәйләй, мал, ҡош-ҡорт аҫрай, ҙур баҡсаһын да ҡарап өлгөрә, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ярҙам итеп торалар. Өлкән ҡыҙы Сәлимә әсәһенең юлынан китте, медицинаны яратып Стәрлетамаҡ ҡалаһында хирургия шәфҡәт туташы булып эшләй. Ҡалған балалары ла үҙҙәренә оҡшаған эштә эшләп йөрөйҙәр. «Мин бәхетле өләсәй!» – ти ул. Ысынлап та, уның өйө балалар тауышынан гөрләп тора - алты ейәне, ике ейәнсәре, бер бүләһе бар.
Донъяға әүрәп ауыл тормошонан да ситтә ҡалмай Мәрғизә туғаныбыҙ. Медицина ярҙамы һорап килгәндәргә ҡулынан килгәнсе кәңәш бирә, укол да ҡаҙай - өйөнән кеше өҙөлмәй. Бер нисә йыл инде ауыл старостаһы булып тора.Үҙенең эшмәкәрлеген Ағинәйҙәр менән, ауыл советының депутат комиссиялары менән берлектә алып барырға тырыша. Клубта «Райхан» фольклор ансамбле ойоштороп матур сығыштар яһанылар. Ауыл хакимиәтенә эштәре буйынса ярҙам итергә тырыша. Уларға, үҙ сиратында, рәхмәтен белдерә. Ауыр ваҡытта хәлемә керәләр, байрамдарҙа күстәнәс-бүләктәренән ҡалдырмайҙар, хакимиәт башлығы Ринат Гәрәйшә улы ауыл халҡы менән тығыҙ бәйләнештә, кәңәшләшеп эшләй, ти ул.
Изге күңелле, оло йөрәкле Мәрғизә туғаныбыҙ! Бөртөкләп йыйған донъяңдың шатлыҡтарын күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын һиңә. 70 йәшеңә ап-аҡ ҡарҙай аҡ бәхеттәр яуһын, мәрхәмәтле туғаныбыҙ, тибеҙ.
Фроза һәм Мөхтәр ВАХИТОВТАР.
Табылды ауылы.
Фото ғаилә альбомынан.