Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
13 Февраль 2019, 10:54

Район таланттарына афарин!

Ошо көндәрҙә методист Гөлфизә Хәйруллина етәкселегендә район Мәҙәниәт йортоноң концерт бригадаһы Әмир ауылында булып ҡайтты. «Күңел түренән сыҡҡан йырҙар» исемле программа тамашасыларға бик оҡшаны.

Был көндө күптән түгел генә ремонтланған ауыл мәҙәниәт йортоноң тамаша залы тулы булды һәм унда бик уңайлы ине. Әмирҙәргә йырҙарын район Мәҙәниәт йортоноң йәш солистары Рәшит Шөғәйепов менән Анэль Ғәйфуллиндар бүләк итте. Уларҙың репертуары, нигеҙҙә, популяр эстрада йырҙарынан төҙөлгәйне. Бынан тыш, Рәшит үҙен концертты һәйбәт алып барыусы артист булараҡ та күрһәтте. Ә «Гәлсәр һандуғас» телевизион конкурсы лауреаты Анэль сараға килеүселәрҙе моңло тауышы менән һөйөндөрҙө.

Альбина Ғәйфуллина тамашасыларҙы һинд бейеүе менән таң ҡалдырҙы. Башҡортр һәм татар бер тамырҙан сыҡҡан халыҡ тип, ошо темаға үҙе ижад иткән матур йырын башҡарҙы. Уның сығышы көслө алҡыштарға күмелде.

БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлфизә Хәйруллина башҡарыуында халыҡ йырҙары ауыл халҡы күңеленә хуш килде. Рөстәм Ғәлиев менән иҫ киткес дуэт программаға айырыуса йәм өҫтәне. Ә ул музыка ҡоралдарында бейеү көйҙәрен оҫта уйнай башлау менән ҡайһы бер тамашасылар түҙеп тора алмай бейергә төштө.

Концерт был көндө ауыл мәҙәниәт йортона килеүселәргә бихисап ыңғай тәьҫораттар бүләк итте. Артистар ысын күңелдән сағыу һәм тамашалы программа бүләк итте. Улар менән хушлашып, ауыл халҡы тағы ла саҡырып ҡалды. Тамашасылар исеменән уларға Хәлекәй ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәрит Баһауетдинов йылы рәхмәт һүҙҙәре еткереп, эштәрендә уңыштар теләне.

Ошо концерт программаһы менән бригада Күндерәк ауыл мәҙәниәт йортонда ла сығыш яһаны.

Үҙ хәбәрсебеҙ.


Читайте нас: