Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
3 Февраль 2019, 10:00

Үҙ бәхетен бөртөкләп йыя

Кеше ғүмере бер ҙә асылмаған һандыҡ шикелле, серле, әсе яҙмыштыр ул. Һөйләп тә аңлата алмаҫлыҡ яҡтары бик күп уның. Ул айырым ваҡиғаларҙан һәм хәл-шарттарҙан тора, уға бик күп кеше йоғонто яһай. Һәм беҙ ниндәй ваҡытта йәшәһәк тә, һәр саҡ бәхеткә өмөт итәбеҙ, уны көтәбеҙ. Һәр кемдең ғүмере - һайлап алған яҙмышы. Беҙгә, хәҙерге заман балаларына ҡарағанда, Бөйөк Ватан һуғышының барлыҡ михнәттәрен дә татырға тура килгән һуғыш балаларына күпкә ауырыраҡ була.

Уларға аслыҡ-яланғанслыҡ күрергә, һуғыштан һуң емерелгән халыҡ хужалығын тергеҙергә тура килә. Ысынлап та, улар үҙ «бәхетен бөртөкләп йыя».

Алыҫ 1924 йылда Стәрлебаш ауылында Зәбировтарҙың ишле ғаиләһендә яҡты донъяға ҡыҙ ауаз һала. Уға Маһира тип исем ҡушалар. Яҙмыш сабыйҙы иркәләмәй, уны ныҡлыҡҡа төрлөсә һынап ҡарай. Уның Бәйреш ауылында йәшәгән ата-әсәһе, бер аҙҙан туғандарына яҡыныраҡ булһын өсөн, шунда күсенә.

- Шул ваҡытта был ауылда Ғәфиевтар, Яуышевтар, Зәбировтар ғаиләһе йәшәй. Нигеҙҙә, ауыл халҡының күбеһе башҡорттар ине. Заманалар ауыр булды, әммә беҙ зарланманыҡ. Яңы урында яңы тормош ҡорҙоҡ. Һалам башлы өйҙәрҙә йәшәнек. Ер эшкәртеү буйынса ширҡәт ойошторғанда миңә ни бары биш йәш ине. Бының өсөн дәүләт ҡамыт-дуға, һабан, сәскес, орлоҡтар менән 30 ат бирҙе, - тип хәтерләй Маһира апай. Уның әйтеүенсә, һуңыраҡ улар Баҡый ауылына күсенә. Бында оҙаҡламай «Тырыш» колхозы булдырыла. 1940 йылда Маһира Арыҫланова баҡсасыға уҡый һәм уны урмансылыҡ бригадиры итеп тәғәйенләйҙәр.

- Тәүге сәсеүҙәр - беҙҙең хеҙмәт. Баҡый ауылынан Әминә Йәрмиева, Мәрхиә Рәхимова, Бибиямал Яппарова һәм башҡалар менән бергәләп эшләнек. Беҙ унлап ҡатын-ҡыҙ инек, - ти ул.

Мәрхиә апай белемле, аҡыллы, намыҫлы була. 1940-1951 йылдарҙа ул склад мөдире, һатыусы, колхозда, ауыл Советында йомошсо булып эшләй, ауыл халҡының иҫәбен алып бара.

Бөйөк Ватан һуғышы башланып ирҙәр Тыуған илде яҡларға киткәс, ауылда ир-егет тә ҡалмай тиерлек. Колхоздар һәм өйҙәге ауыр эш ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро һәм балалар иңенә төшә.

- Беренсе көндө үк атайыбыҙҙы һуғышҡа алдылар. Әсәйебеҙ алты балаһы менән яңғыҙ ҡалды. Бик ауыр булды. Бирешеп, ул ҡаты сирләп китте. Иң өлкәне булараҡ, бөтә яуаплылыҡ һәм хәстәрлек минең иңемә төштө. Район үҙәгенән комиссия туғандарымды алырға килгәс, ризалыҡ бирмәнем. Ҡусты-һеңлеләремде ҡарауы бик ҡыйын булды, сирле әсәйемде лә тәрбиәләргә кәрәк ине. Мейескә яғырға утын, кейем-һалым булманы, аслы-туҡлы йәшәнек. Әммә һуғышҡа тиклем һатып алған ҡул тирмәне беҙгә бик ярҙам итте. Һыйыр тотҡандарға ла еңелерәк ине, - тип хәтерләй әңгәмәсем.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында йылҡыны фронтҡа алғанлыҡтан ҡат-ҡат ямалған кейемдә ҡатын-ҡыҙҙарға Стәрлетамаҡ ҡалаһынан көн буйына юлһыҙ ерҙән орлоҡ тултырылған ҡапсыҡтарҙы йөкмәп алып ҡайтырға тура килә. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ла еңел булмай. Әммә тормош әкренләп яйға һалына, мал-тыуар үҫтереп, уны ит комбинатына тапшыралар.

- Беҙҙә машиналар ҙа, тракторҙар ҙа булманы. Ҡатын-ҡыҙҙар малды ҡыуалай, ә арттарынан арбаларға бесән һәм һыу тейәгән ирҙәр бара. Бер нисә километр үткәс, туҡтап ял итеп, малдарҙы ашатып-эсереп алабыҙ. Ит комбинатына кискә генә барып етә торғайныҡ, - ти Маһира Арыҫланова.

Маһира апай үҙ ғүмерендә бик күп нимә күргән. Бөгөн ул - Күндерәк ауыл биләмәһендә иң оло инәйҙәрҙең береһе, хеҙмәт ветераны, «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн», юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән.

Тормош иптәше Кәли менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Бөгөн улы Фаил менән йәшәй. Өйҙәре йылы һәм яҡты, бөтә уңайлыҡтар бар.

- Фаил изге күңелле, тырыш кеше, бер ҡасан да насар һүҙ әйтмәҫ. Ул К-700 тракторында эшләй, «Нур» хужалығында һәм районда алдынғы механизатор. Һыйыр аҫрайбыҙ. Ҡаймаҡ-һөтһөҙ йәшәй алмайбыҙ, - тип йылмайып дауам итә Маһира инәй.

Ҡалған балалары ла атай йортона йыш ҡайтып, эш менән дә, кәңәштәре менән дә ярҙамлаша.

- 90 йәшемә ҡотлау менән район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров, «Нур» хужалығы етәксеһе Радик Яуышев һәм ауыл биләмәһе башлығы Юлай Байғужин килгәненә ныҡ һөйөндөм. Иғтибарҙары, хәстәрлектәре өсөн рәхмәт белдергем килә, - ти ветеран.

Шулай уҡ ул ниндәй ҙә ваҡытта һәр йәһәттән ярҙам ҡулы һуҙған күршеләре Минзәлә һәм Радик Яуышевтар, Рәмзиә һәм Валерий Звягинцевтар, Нәсихә Кәримова, Анжелла Сарксянға рәхмәтле.

Үҙенең 90 йәшендә беҙҙең мәҡәлә геройыбыҙ Аллаһы Тәғәләгә ихлас ышана, күҙлекһеҙ уҡый, рәхәтләнеп телевизор ҡарай, ҡайһы саҡ урамда саф һауа һулап йөрөй. Уның дүртешәр ейән-ейәнсәре, бүлә-бүләсәре бар, улар менән ул кеҫә телефоны аша аралаша.

- Ошондай йәшкә етеүемә, туғандарым менән аралаша, тирә-яҡ донъяның матурлығына һоҡлана алыуыма сикһеҙ шатмын һәм бәхетлемен, көн дә бының өсөн Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтлемен, - тине Маһира Хәлиулла ҡыҙы һаубуллашҡанда.


Нурия ИСМӘҒИЛЕВА, Күндерәк ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесе.
Фото ғаилә архивынан.


Читайте нас: