Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
18 Декабрь 2018, 11:32

«Мин тормошомдан ҡәнәғәт һәм күңелем тыныс», - ти 90 йәшлек Ғәлиәкбәр хажи

«Һеҙҙең хәйерлеләрегеҙ үҙе ғилем алып, башҡаларға таратыусы» - Мөхәммәт Пәйғәмбәребеҙҙең был һүҙҙәренә тоғро ҡалыусы Ғәлиәкбәр хажи Искәндәров тураһында әйтәһе һүҙҙәрем.

Бала сағы фәҡирлектә үткән Ғәлиәкбәр ағай үҙенең хеҙмәт юлын 12 йәшенә «Ударсы» колхозында башлай, 16 йәшенә балта оҫтаһы булып китә. Зирәк аҡыллы, һәләтле булыуы, тырышлығы һәм тәүәкәллеге арҡаһында ул юғары белем алырға ынтыла һәм маҡсатына ирешә. Педагогия институтын тамамлап, хаҡлы ялға сыҡҡансы мәктәптә физика уҡытыусыһы булып эшләй. Ғәлиәкбәр хажи - бары намыҫ ҡушҡанды, йөрәге әйткәнде генә эшләргә өйрәнгән кеше. Ойоштороу һәләте лә уға Аллаһы Тәғәләнән бирелгән. Ул йәштән үк әүҙем, йәмәғәтсел, эшкә маһир, күңеле һиҙгер була. Донъяның ел-ямғырын аямай, бер туҡтамай иман нуры өләшеп, үҙенә тартып торған яҡты йондоҙ шикелле ул. Шуға күрә лә ул - халыҡ араһында киң абруй ҡаҙанған кеше. Ваҡыт уның хаҡлығын, ҡиблаһының ниндәй генә заман өсөн дә яраҡлы булыуын раҫланы. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ғилем алыуға ынтылышы шул тиклем көслө була. Ислам динен үҙ аллы ентекле өйрәнеп, уны башҡаларға еткереү теләге уяна. 75 йәшендә Ғәлиәкбәр ағай Ислам университетын уңышлы тамамлай, хаж ҡыла. Ҡулына диплом алғас, мәсеттәге етенсе мәхәлләлә шәкерттәр уҡыта башлай. Шул мәсет урынында яңы бина төҙөргә кәрәк тигән уй тыуа. Иманына тоғро ҡалыу көсө күп кенә ҡаршылыҡтарҙы еңеп, маҡсатына ирештерҙе.

Бөгөнгө көндә «Ислам нуры» мәсете Стәрлебаш ауылы халҡы өсөн генә түгел, тирә-яҡ ауылдар өсөн дә ысын мәғәнәһендә ғилем, мәғрифәт үҙәге булып тора. Динебеҙҙең асылын күберәк кешеләргә еткереү маҡсатында мәсетебеҙҙә Мәүлит, Ҡорбан байрамдары һ.б. үткәреү күркәм йолаға әйләнде. Йылдан-йыл был байрамдарҙа кешеләрҙең күберәк йыйылыуы һөйөндөрә.

Ошо 12 йыл эсендә 150 шәкерт башланғыс дини белем алды. Ул ғына ла түгел, Ғәлиәкбәр ағай тәҡдиме менән уларҙың дүртеһе - Вахит Әхмәҙиев, Мәүлиҙә Баһауетдинова, Хәлимә Ғәлиева һәм Сәүиә Дәминова Ислам университетында уҡыуҙарын дауам итә.

Ғәжәйеп яҙмышлы хөрмәтле хәҙрәтебеҙ - йыйнаҡ, бөхтә, гел йылмайып торған хәлдә кешеләр күңеленә иман нурын тарата. Уның менән осрашыу, сәғәттәр буйына һуҙылған дәрестәрҙә һөйләшеүҙәр шунда уҡ эскерһеҙ төҫ ала. Артыҡ һүҙ һөйләмәҫ, изге Ҡөрьәнебеҙҙә яҙылған һүҙҙәр менән «Аллаһ әйтә» тип, йөрәктәргә үткәреп, вәғәз уҡып, ҡағиҙәләрҙе, ғәрәп әлифбаһын ентекләп өйрәтеп, күпме кешеләрҙе дин юлына - тоғро юлға баҫтырҙы ул. Сөнки тормошта ғәҙеллек, сабырлыҡ, шәфҡәтлелек, Ҡөрьән, иман аша инә.

Донъяуи һәм дини белем биреүгә күп көс һалған Ғәлиәкбәр Әбҡадир улына мәктәптә уҡыған уҡыусылары ла, мәсеттәге шәкерттәре лә ҙур рәхмәтле. Ауыл зыяратында кәрәк-яраҡтарҙы яңыртыу өсөн «Мөслим» фондын булдырыуҙа ла Ғәлиәкбәр ағай менән мәрхүм улы Ғәлиәскәр башлаусы булдылар.

Бөгөн Ғәлиәкбәр хажи 90 йәшен тултырғанда: «Мин тормоштан ҡәнәғәт һәм күңелем тыныс» тип йәмәғәте Зәкиә абыстай һәм балаларының ҡәҙер хөрмәтендә йәшәй. Уларҙың татыу ғаиләһе - ауылдаштары өсөн үрнәк.Барлыҡ шәкерттәре исеменән ҙур хөрмәт менән

Миңнур БИКМӨХӘМӘТОВА.
Читайте нас: