Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
27 Ноябрь 2018, 12:13

Үҙ эшенең оҫтаһы

Наумовка ауыл хужалығы техникумын тамамлағандан һуң ауылдашым Салауат Насиров тыуған Иҫке Ҡалҡаш ауылына ҡайтып, күрше Ибраҡай ауылынан Гөлнур исемле ҡыҙ менән яҙмышын бәйләй. Йәштәр ошонда донъя ҡороп, эшләй башлайҙар. Салауат ситтән тороп аграр университетта ветеринар табипҡа уҡый, йәмәғәте педагогия институтын тамамлап, хәҙер балалар баҡсаһында эшләй. Насировтар өс бала тәрбиәләй. Был ғаилә бик тырыш.

Күптән түгел минең һыйырым сирләп китте. Өс көн бер нимә лә ашаманы. Бер аҙна дауамында системалар ҡуйып, уколдар яһап һыйырымды дауалағаны, һауыҡтырғаны өсөн Салауатҡа ҙур рәхмәт. Ул бурыстарына бик яуаплы ҡарай. Иҫке һәм Яңы Ҡалҡаш, Корнеевка, Байым ауылдарында малдарҙы дауалай. Бер ҡасан да баш тартмай, тәүлектең ниндәй ҙә ваҡытында ярҙамға ашыға. Намыҫлы ветеринар Иҫке Ҡалҡаш ауыл биләмәһе депутаты ла.

Район гәзите аша уға рәхмәт белдереп, ғаилә бәхете, сәләмәтлек һәм барлыҡ башланғыстарында уңыштар теләйем.


Гөлсирә ҒӘЛИӘСКӘРОВА.

Иҫке Ҡалҡаш ауылы.


Читайте нас: