Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
13 Ноябрь 2018, 10:36

Уларҙы һәр ерҙә көтәләр

Мәҙәниәт йорто эшмәкәрлегенең төп маҡсаты - кешеләрҙең ялын ойоштороу һәм ауыл халҡын ижадҡа, мәҙәни яҡтан үҫешеү һәм үҙ алды белемгә, һәүәҫкәр сәнғәткә йәлеп итеү.

Һуңғы йылдарҙа Табылды ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре даими рәүештә беҙҙе ижади уңыштары менән һөйөндөрөп тора. Улар әһәмиәтле даталарҙа төрлө мәҙәни, киң күләмле саралар, байрамдар, концерттар, спектаклдәр, тематик кисәләр үткәрә, йәрминкәләрҙә ҡатнаша, конкурстар ойоштора һ.б.

Бына нисә йыл ауыл мәҙәниәт йортонда «Шәфәҡ» ансамбле эшләй. Ауылда йәшәүселәр, күршеләр һәм ауыл ҡунаҡтары ауылда һәм ауылдан ситтә лә уларҙың бихисап тамашалы сығыштарын күрә алды. Бына улар, тамашасылар яратып өлгөргән беҙҙең ауыл һандуғастары - Хәлиҙә Хужина, Люциә Абдрахманов, Гөлшат Дауытова, Фәйрүзә Ғайсина, Әлфира Дауытова, Шәүрә Яхина, Нурия Исмәғилева, Люциә Умарова (һүрәттә). Уларҙың моңло тауыштары күңелгә үтеп инә, ә сығыштары һәр саҡ ыңғай тәьҫораттар ҡалдыра. Ансамблдә төрлө йәштәге - 45 йәштән 67 йәшкә тиклем ҡатын-ҡыҙҙар бар. Уларҙың берҙәмлегенә, тамашасыларға йырҙары менән дәрт өҫтәү маҡсатына һоҡланырға ғына ҡала.

«Шәфәҡ» ансамбле ағзаларына яңынан-яңы ижади уңыштар, матур йырҙар һәм зал тулы тамашасылар теләйбеҙ.

Барлыҡ ауыл халҡы исеменән «Шәфәҡ» ансамбле етәксеһе, директоры Әлфира Дауытоваға һәм художество етәксеһе Гөлсинә Хөсәйеноваға ауыл халҡының ялын матур ойоштороуҙары өсөн ҙур рәхмәт белдерге килә.

Тәлғәт ИСМӘҒИЛЕВ.

Автор фотоһы.
Читайте нас: