Саҡырылғандар араһында - мәғариф системаһында 36 йылдан ашыу эшләгән (уның дәресендә шул тиклем тынлыҡ була торғайны, хатта себен осҡан тауыш та ишетелә ине) биология һәм химия уҡытыусыһы Хәлимә Сәләхетдин ҡыҙы, һәйбәт ойоштороусы, бик күп йылдар мәктәп коллективын етәкләгән, уның бихисап проблемаларын хәл иткән, 36 йыл хеҙмәт стажына эйә булған Наилә Миңнулла ҡыҙы, ҡасандыр Төркмәнстандан ҡайтып, алгебра һәм геометрия фәндәренән уҡытҡан Дания Сабир ҡыҙы, кескәйҙәрҙең яратҡан уҡытыусыһы - 15 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған башланғыс кластар уҡытыусыһы Нурия Мөхәмәтзакир ҡыҙы, алгебра һәм геометрия фәндәрен уҡытыуға бөтә ғүмерен бағышлаған Рима Нурғәли ҡыҙы бар ине. «Егет кешегә 70 төрлө һөнәр ҙә аҙ» тигән мәҡәл - физкультура һәм хеҙмәт дәресе уҡытыусылары Фәрит Ғилемйән улы һәм Хәлил Хәким улы тураһында - юморға бай һәм бер үк ваҡытта талапсан уҡытыусы, уның волейбол командаһы дәими рәүештә район һәм республика ярыштарында призлы урындар яулай ине. Улар беҙҙең ҡунаҡтар булды.
Уҡытыусы һөнәре - ҡатмарлы, яуаплы һәм бер үк ваҡытта ҡыҙыҡлы ла. Уҡытыусы бар ғүмерен балаларға һәм уларҙың киләсәгенә бағышлай, шуға күрә уҡытыусы һөнәре, тәү сиратта, ҙур түҙемлек, сыҙамлыҡ һәм тыйнаҡлыҡ талап итә. Яуаплылыҡ, етдилек, йомшаҡлыҡ, ышана, һәр нимәлә лә үрнәк була белеү кеүек бихисап сифаттарға эйә булған кеше генә уҡытыусы булырға тейеш. Әммә иң мөһиме - тормош, уҡытыу процесына, һәм, тәү сиратта, балаларға ҡарата һөйөү.
Яҡшы уҡытыусы - үҙендә һөнәренә һәм уҡыусыларына ҡарата һөйөү берләштергән, барыһын да бер тигеҙ күрә белгән кеше ул. Беҙҙең уҡытыусыларыбыҙ - беҙҙең ярҙамсыларыбыҙ һәм кәңәшселәребеҙ, үҙ эшенең оҫталары. Бик күп йылдар үтһә лә беҙ ҙур тулҡынланыу менән мәктәп тупһаһы аша үтеп, уҡытыусыларыбыҙҙы йылылыҡ менән иҫкә алабыҙ. Беҙгә һалған көстәре, белемдәре өсөн уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Осрашыуҙа ветерандар хәтирәләре менән уртаҡлашты, педагогик эшмәкәрлектәренән ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе, элекке хеҙмәттәштәрен һәм яратҡан уҡыусыларын хәтергә төшөрҙө. Сара тәмле сәй эсеү менән тамамланды. Был сара унда ҡатнашыусыларҙың хәтерендә бик оҙаҡ һаҡланыр тип уйлайбыҙ.
Рәлиф ҒӘББӘСОВ, Буҙат мәҙәниәт йортоноң музей хеҙмәткәре. Фото автор тарафынан бирелде.