Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
12 Октябрь 2018, 14:00

Изге эштәрегеҙ өсөн рәхмәт!

Мәрхүмдәрҙең иҫкә алыу - халыҡтың мәҙәниәте һәм тормошҡа ҡарашының сағыу мөнәсәбәте. Шуға күрә зыяраттарҙы, ауылдаштарҙың ерләнгән урындарын таҙалыҡта һәм тәртиптә тотоу - иҫәндәрҙең изге бурысы.

Йыл һайын май байрамдары алдынан Түбәнге Ибрай ауылы зыяратында шәмбе өмәләре үткәрелә. Быйыл да шулай булды. Әлбиттә, ауылда йәшәүселәрҙең күбеһе бында яҡындарының һәм туғандарының ҡәберҙәрен йыйыштырырға килә. Шәмбе өмәләрендә мөһимерәк бурыс ҡуйыла - зыярат тирәләй территорияны йыйыштырыу, ҡороған ағастарҙы һәм ҡыуаҡлыҡтарҙы ҡырҡыу, сүп-сарҙы сығарыу. Һуңғы шәмбе өмәһе ваҡытында Түбәнге Ибрай ауылы халҡы зыярат ихатаһын ремонтларға ҡарар итте, сөнки ул бик иҫкергәйне.

Ауыл халҡының һәм ауыл биләмәһе хакимиәтенең дөйөм тырышлығы менән 800 метрлы ихатаның күп өлөшө ремонтланды. Бағаналар ултыртылды, сетка ҡуйылды. Ҡалған 350 метрға, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҡса етмәне. Был сығымдарҙы яҡташыбыҙ, «Евротехмаш» йәмғиәтенең генераль директоры Илгиз Абдуллин үҙ өҫтөнә алды. Уның идеяһын ауылыбыҙҙа тыуып үҫкән, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың сәнәғәт, инновацион үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм комитеты рәйесе Хәлил Рәхимов та хупланы. Кәрәкле бағана, таҡта кеүек башҡа материалдар килтерелгәс, йәнә шәмбе өмәһе ойошторолдо. Берәү ҙә ситтә ҡалманы. Өлкәне лә, кесеһе лә, ялға ҡунаҡҡа ҡайтыусылар ҙа ҡатнашты. Өс көндә ихата тулыһынса эшләнде. Ҡалған аҡсаға зыяраттың эш ҡоралдарын һаҡлау өсөн келәт төҙөлдө һәм мәктәп урамындағы юл ремонтланды.

Барлыҡ ауыл халҡы исеменән Илгиз Шакир улына һәм Хәлил Хәләф улына, ауыл биләмәһе хакимиәтенә һәм шәмбе өмәһендә ҡатнашҡан барса кешеләргә ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Өйҙәрегеҙҙә һәр ваҡыт именлек һәм тыныслыҡ хөкөм һөрһөн, һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек һәм ҡуйған маҡсаттарығыҙға ирешеүегеҙҙе теләйбеҙ.

Гөлсинә НАСРЕТДИНОВА.

Түбәнге Ибрай ауылы.

Фото автор тарафынан бирелде.
Читайте нас: