Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
25 Сентябрь 2018, 12:01

Мәңгелек баласаҡ илендә

Ағымдағы йылдың июнь айында миңә Краснодар крайында Туапсе ҡалаһынан 45 километр алыҫлыҡта, Ҡара диңгеҙ ярында урынлашҡан «Орленок» Бөтә Рәсәй балалар үҙәгенә барыу бәхете йылмайҙы.

«Орленок» - Ҡара диңгеҙ ярында урынлашҡан онотолғоһоҙ әкиәт иле. Йыл әйләнәһенә эшләгән лагерҙа балаларҙы ҡыҙыҡлы саралар, дәртле дискотекалар, яҡшы туҡланыу һәм уңайлы климат көтә. Унда бөтөнләй икенсе тормош, барыһы ла башҡаса кеүек. Юҡҡа ғына «Орленок» балалар үҙәге Рәсәйҙә иң яҡшы лагерь тип һаналмай бит!

Балалар үҙәгенә путевканы конкурстарҙа еңеү яулаған, спорт ҡаҙаныштары өсөн, әүҙем һәм һәләтле ҡыҙҙар һәм малайҙарға бүләк итәләр. Миңә иһә уны Бөтә Рәсәй дәүләт һәм төбәк символдарын һәм атрибутикаһын белеү буйынса конкурста еңеү яулаған өсөн бирҙеләр.

Балалар үҙәге территорияһында урынлашҡан туғыҙ лагерҙың «Олимпийский» тигәненә эләктем мин. Тормошомдағы иң онотолғоһоҙ өс аҙнаны тап ошонда үткәрергә тура килде миңә.

Был сменаға Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән йәш туристар һәм крайҙы өйрәнеүселәр йыйылғайны. Бында иң әүҙем һәм ярҙамсыл кешеләр ял итә ине. Мин туризм һәм крайҙы өйрәнеү буйынса бик күп яңы мәғлүмәт белдем. Новороссийск ҡалаһына барыу миңә бихисап ыңғай тәьҫораттар бүләк итте.

Тәүҙә иртән иртүк тороуҙар һәм һуңлап ятыуҙар, Мәскәү ваҡытына күсеү ауырыраҡ булды, әммә бер аҙнанан быға өйрәнеп, ожмахтай донъяға ишектәр асылды! Көн һайын беҙ яңынан-яңы белем алдыҡ. Лагерҙа мин уның традицияларына төшөндөм: түңәрәккә йыйылып, диңгеҙ тауышын тыңлап, усаҡ янында йырҙар йырланыҡ. Программа бик бай булды: урынды билдәләү буйынса ярыштар, өс көнлөк тауға поход, көндәлек саралар һ.б.

«Ике бер туған» тауына күтәрелгәнебеҙҙе бер ҡасан да онотмаясаҡмын. Походҡа барыр алдынан беҙ түҙемлелек, зирәклек, туристик белемгә: нисек палатка ҡорорға, үҙ аллы усаҡта аш бешереүгә һайлап алыу үтергә тейеш инек.

Көн һайын тиерлек диңгеҙгә һыу инергә барҙыҡ. Беҙгә ысын дельфинды күреү бәхете тейҙе. Ә тағы ла «Орленок»та ҡояш байыуы иҫ киткес, һоҡланғыс күренеш.

Смена аҙағында беҙ бер-беребеҙ менән айырылышырға теләмәнек, сөнки ошо ваҡыт эсендә беҙ ныҡлы дуҫлашып, туғанлашып бөткәйнек.

Йәйем, ысынлап та, онотолғоһоҙ үткәнгә федераль балалар-үҫмерҙәр туризмы һәм крайҙы өйрәнеү үҙәгенә, ата-әсәйемә һәм, әлбиттә, Балалар ижад йортона ҙур рәхмәтлемен. Юлиә АҠСУЛПАНОВА,

1-се Стәрлебаш урта мәктәбенең 8 класс уҡыусыһы. Фото автор тарафынан бирелде.
Читайте нас: