Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
21 Сентябрь 2018, 10:50

Күңелебеҙ йыуанысы, ғүмеребеҙ ҡояшы һин, әсәй!

1938 йылдың сентябрь иртәһе. Баҫыуҙарҙа уңыш йыйған саҡ. Муллыҡ менән тулы көҙҙөң бер көнөндә Хәлекәйгә яҡын ғына урынлашҡан Һарыйылға ауылында йәшәгән Мәрхәбә менән Мифтах Шәриповтарҙың татыу һәм тырыш ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға беҙҙең әсәйебеҙ Нажия тыуа.

Бала сағы, үҫмер йылдары бик ауыр ваҡытҡа тура килә уның. Атаһы һуғышҡа киткәндә уға ни бары дүрт йәш булған була. Ағаһы, һеңлеһенән тыш, ауырыу өләсәһе лә әсәһенең ҡулында ҡала. Мәрхәбә өләсәйҙең тырышлығы, уңғанлығы, сабырлығы уларҙы аслыҡ-яланғаслыҡтан ҡотҡара. Еңеү яулап, дүрт йыл илебеҙҙе тергеҙергә булышҡан олатайыбыҙ 1949 йылда ғына тыуған ауылына, ғаиләһенә ҡайта. Ауыр йылдар артта ҡала. Ишле ғаиләлә беҙҙең әсәйебеҙ тырыш ҡыҙ, наҙлы һеңле, өлгөлө апай булып буй еткерә. Туғыҙ йәшенән колхозда эшләй, баҫыуҙа утауҙа, бесән әҙерләү осоронда ауыл тормошондағы һанап бөткөһөҙ эштәр башҡара. Сибәр ҡыҙҙың күңелен шул уҡ ауылдың сибәр, сабыр, уңған егеттәренең береһе - Нурфәйез яулай. Улар 1956 йылдың йәй айында матур ғаилә ҡороп йәшәй башлай. Әсәйебеҙ ҡәйнә, ҡайныһына яғымлы килен, тормош иптәшенә һөйөклө ҡатын була. Мөхәббәт емештәре улдары тыуғас атайыбыҙҙы армияға алалар. Әсәйебеҙ өс йыл көтә уны. Атайыбыҙ армиянан ҡайтҡас матур йорт һалып сығалар. Тағы өс малай һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр.

Әсәйебеҙ килен вазифаһын да үрнәкле үтәй. Ҡәйнәһе менән 12 йыл, ҡайныһы менән 18 йыл татыу ғүмер кисереп, тәрбиәләп, баҡыйлыҡҡа оҙата. Үкенескә ҡаршы, ҡара ҡайғы көтмәгәндә ишек ҡаға. Яҡты көндә йәшен атҡандай 42 йәшендә атайыбыҙ яҡты донъя менән хушлаша. Оло улдары ғына тормошло була ул саҡта, ҡалғандары береһенән-береһе кесе дүрт бала менән тол ҡала әсәйебеҙ. Бирешмәне ул, тормош ауырлыҡтарына баш эймәйенсә, балаларын аяҡҡа баҫтырҙы, кеше араһында кәм-хур итмәйенсә һөйөп үҫтерҙе беҙҙе. Барыбыҙҙы ла уҡытып, матур туйҙар үткәреп үҙ аллы тормош юлына сығарҙы.

Алма ағасынан алыҫ төшмәгән кеүек, беҙ ҙә әсәйеҙҙә булған матур сифаттарҙы алып донъя көтә башланыҡ. Тик һынауҙар әле бөтмәгән икән. Шуныһы ҡыҙғаныс, әсәйебеҙгә бала ҡайғыһын да күрергә тура килде - 29 йәшлек улын юғалтты ул. Иңдәренә төшкән һынауҙарҙы сабыр ғына күтәрҙе әсәйебеҙ, юғалманы, көслө булды.

Тормош гел юғалтыуҙарҙан ғына тормай, әсәйебеҙ ҡалған балаларына, ейәндәренә, туғандарына йөрәк йылыһын өләшеп йәшәүен дауам итә. Ул сәскәләр, таҙалыҡ-бөхтәлекте ярата. Шуға күрә тыуған йортобоҙ һәр ваҡыт ожмахтай булды. Үҙе уңған, аш-һыуға ла оҫта. Бешергән аштарын ашап туйғыһыҙ, бауырһаҡтары телеңде йоторлоҡ!

Әлеге көндә әсәйебеҙ 8 ейәненә, 8 ейәнсәренә яратҡан өләсәй, балаларына ҡәҙерле әсәй булып, барыбыҙҙың да ҡәҙер-хөрмәтен күреп ғүмер кисерә. Аҡыллы кәңәштәрен биреп, ҡулынан килгәнсә ярҙам итеп, тыуған нигеҙебеҙҙең усағын һүндермәй. Байрамдарҙа беҙ, балалары, әсәйебеҙ янына йыйылышабыҙ.

Әсәйебеҙ туғандары менән дә татыу. «Апа» тип өҙөлөп торған һеңлеләре Наилә һәм Йәмилә, ҡустыһы Фәнилдең дә ҡәҙер-хөрмәтен тойоп йәшәй. Ҡәйенбикәһе Фәүзиә менән дә ғүмер буйына бер ҡалаҡтан ашап, ҡайғы-шатлыҡтарын уртаҡлашып, кәңәшләшеп йәшәйҙәр.

Бөгөнгө көндә әсәйебеҙ биш намаҙын ҡалдырмай, Ҡөрьән сүрәләре уҡый. Күрше-тирә, ауылдаштары уны хөрмәт итә.

Гел шулай беҙҙең өсөн кәрәк һәм терәк булып йәшә, әсәйебеҙ! Һине йән тыныслығы ташламаһын. Барыһы өсөн дә рәхмәт һиңә! Мең рәхмәт!Ҡыҙың Гөлнәзирә ҒӘЛИЕВА, Хәлекәй ауылы.

Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: