Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
14 Август 2018, 12:11

Иҫәндәрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел

Минең тыуған ауылым бер нисә быуат элек ауылға нигеҙ һалған Ҡәйүп улы Йомағужаның исемен йөрөтә.

Ошо бәләкәй генә ауылда өс зыярат бар. Һәр береһенең үҙ исеме лә бар - Йомағужа, Байморат, Алатаналар зыяраты. Улар урам исемдәренән алынған.

Йомағужа урамының зыяраты Ҡаранай ауылы яғында урынлашҡан. Унда Ҡәйүповтар, Ғүмәровтар, Вахитовтар, Ҡорбанғоловтар ерләнгән. Күп йылдар ауыл мөәзине Мөхәммәтгәрәй Ҡәйүпов (ул репрессия ҡорбаны булған), шулай уҡ ауыл муллаһы Сабирйән Вахитов (уны атып үлтергәндәр) Йомағужа зыяратында ерләнгән. Заманында улар алдынғы ҡарашлы кешеләр булараҡ, ауылда мәсет төҙөгән һәм уның манараларынан аҙан тауыштары тирә-яҡҡа яңғыраған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны һуңынан мәктәп итеп эшләгәндәр.

Бер ваҡыт Күрән һәм Мышай йылғалары уртаһына Алатана утарынан Кинйәбулатовтар күсенеп килеп ултыра. Һуңғы йылдарҙа йәштәр уға параллель урам яһап, яңы өйҙәр һала. Хәҙер ул Йәштәр урамы тип атала. Алатана урамында йәшәүселәр үҙ зыяратын булдырған. Ул Ивановка ауылынан килгәндә, юлдың бер яғында.

Юлдың икенсе яғында - Байморатовтарҙың да зыяраты булдырылған. Уны ҡәҙерләп, тимер рәшәткәләр менән уратып алғандар. Быйыл Алатана урамынан Мәрйәм менән Миңнерәхим Кинйәбулатовтарҙың улдары Нәзир 35 мең һумлыҡ тимер ҡапҡа яһатып, мулла вазифаһын башҡарған ауыл аҡһаҡалы Хәйҙәр Кинйәбулатовты алып барып, Ҡөрьән уҡытып, ҡапҡаны урынлаштырғандар.

Алатаналар ҙа үҙҙәренең зыяратын тәртипкә килтереп, бер юлы ихата ҡуйырға тигән ҡарарға килеп, халыҡтан 3 мең һумдан аҡса йыйып, тимер ҡапҡа һатып алған. Кинйәбулатов Фәйзрахмандың улы Айрат бер юлы 100 мең һум аҡса биреп, үҙ техникаһы менән яңы ихата ҡуйырға ярҙамлаша.

Был эште Ғәлим Кинйәбулатов оҫта ойошторҙо һәм үҙ техникаһы менән ауыр эштәр башҡарҙы. Был изге эштә уға Юнысовтар, Кинйәбулатовтар, Заһировтар, Иҫәнбәтовтар, Байморатовтарҙың улдары, ейәндәре ярҙам итте. Аҡса йыйғанда ҡалала йәшәгән Гарданов Фазлый ағайҙың улдары Фәнил менән Фәйзи ҙә ситтә ҡалманы. Сөнки уларҙың олатай-өләсәйҙәре бында ерләнгән. Иҫәнбәтова Фәриҙә апайҙың улы Рәүеф Байморатов та үҙен Иҫәнбәтовтар ейәне булыуын онотмайынса, аҡса тапшырҙы.

Ерҙә ҡәҙерле кешеләребеҙҙең мәңгелек йортон һаҡлағандары, онотмағандары, изге эштәре өсөн ир-егеттәргә ауыл халҡы ҙур рәхмәт белдерә. Белеүебеҙсә, улар ауыл хужалығы эшендә алдынғылыҡты бирмәй. Рәүеф Байморатов, Айнур Юнысов, Сәмерхән Иҫәнбәтов һәм башҡа ысын ир-егеттәр һәр саҡ алғы һыҙыҡта. Ошондай оҫта, һәр эшкә маһир егеттәр йәшәгән Йомағужа ауылы һәр ваҡыт үрнәк булһын ине. Берҙәм, дуҫ, татыу йәшәргә яҙһын һеҙгә, ауылдаштар!

Ауыл халҡы исеменән Вәсилә МАСКОВА (ҠӘЙҮПОВА).
Читайте нас: