Асыҡланыуынса, ағымдағы йылдың июлендә бер көн алдан иҫерткес эсемлек ҡулланған ир, шәхси автомобиленә идара иткәндә, Первомайский ауылында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан туҡтатыла һәм улар уның иҫерек килеш ҡабат руль артына ултырыу фактын теркәй.
Суд тикшереүе барышында билдәләнеүенсә, хөкөм ителеүсе 2017 йылда Стәрлебаш районында сығарылған хөкөм ҡарары менән үлтереү менән янаған өсөн шартлы рәүештә алты йылға иркенән мәхрүм ителгән була.
Дәүләт ғәйепләүсеһе иректән ысынлап мәхрүм итеү төрөндә яза биреү зарурлығы тураһында үҙ фекерен белдерҙе.
Суд ғәйепләү дәлилдәре менән ризалашып, ғәйеплегә 6 йыл 2 ай 10 көнгә иректән мәхрүм итеү һәм 3 йылға транспортҡа идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итеү төрөндә яза билдәләне. Хөкөм ителеүсе ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында яза үтәсәк, хөкөм ҡарары закон көсөнә инмәгән.
район прокуроры ярҙамсыһы.