Мәҫәлән, беренсе инстанция судында гражданин З.ның улдары З.Ф һәм З.Эға ҡарата уны ҡарауға алимент түләтеү тураһында дәғүә ғаризаһы буйынса граждандар эше тикшерелде. Ғаризаһында дәғүәсе яуапҡа тарттырылыусыларҙың уның балалары, уға 60 йәш һәм ул эшкә һәләтһеҙ булыуын күрһәткән. Йәшәү урыны булмағанлыҡтан, дәғүәсе аҡсаға кешенең торлағында йәшәй, кәрәкле әйберҙәр, кредит алырға мәжбүр, сөнки сығымдарға уның пенсияһы етмәй. Мировой судья ҡарары менән З.ның дәғүә талаптары өлөшләтә ҡәнәғәтләндерелде.
Апелляция ялыуҙарында яуапҡа тарттырылыусылар суд ҡарарын үҙгәртеүҙәрен һәм атайҙарының матди ярҙамға мохтажлығын һәм йәшәү минимумы дәүмәленә ҡарата уның пенсия күләмен раҫлаусы дәлилдәр булмауға һылтанып, дәғүәсегә дәғүәһен ҡәнәғәтләндереүҙән баш тартыуҙарын һораны.
Улдарынан алимент түләттереп, беренсе инстанция суды дәғүәсенең эшкә һәләтһеҙ булыуын һәм балиғ булған улдарының ярҙамына мохтаж булыуын иҫәпкә алды. Өҫтәүенә, суд дәғүәсенең йәшәү өсөн аҡса етешмәүен дәлилләүсе документтар тапшырмауын иҫәпкә алманы, был иһә балиғ булған балаларҙың ата-әсәһен ҡарауға алимент түләү нигеҙе өсөн мотлаҡ шарт булып тора.
Ошо хәл-шарттарҙы баһалап, суд дәғүәсенең балаларынан матди ярҙам алыуға мохтажлығы дәлилләнмәне тигән һығымтаға килде. Документтарҙан уның килеме тормош ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн етерлек түгел тип әйтеп булмай.
Шуға күрә, мировой судья ҡарары законһыҙ тип танылды һәм үтәлмәне, шулай уҡ З.ның дәғүә талаптарын ҡәнәғәтләндереүҙә тулыһынса баш тартырға тигән яңы ҡарар сығарылды.
БР Стәрлебаш район-ара судының