Предприятиела 2018 йылдың ноябренән 2019 йылдың ғинуарына тиклемге осорҙа 22 хеҙмәткәргә эш хаҡы түләнмәгән, бурыс 800 мең һумдан ашыу тәшкил иткән.
Кооператив рәйесенә ҡарата РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 5.27 статьяһының 6-сы бүлегендә ҡаралған административ хоҡуҡ боҙоу тураһында (билдәләнгән срокта хеҙмәт хаҡын түләмәү) эш ҡуҙғатылды, ғәйепле кешегә 15 мең һумға тиклем штраф төрөндә яза тәғәйенләнде.
Граждандарҙың хеҙмәт хаҡына хоҡуҡтарын боҙоуҙы тергеҙеү маҡсатында, ойошма етәксеһенә ҡарата етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү тураһында ҡарар сығарылды, судҡа эш биреүсенең кисекмәҫтән бурысты түләү тураһында дәғүә ғаризалары ебәрелде. Прокурор тарафынан күрелгән саралар һөҙөмтәһе буйынса предприятие хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы тулыһынса түләнде.
Нияз НАФИҠОВ, район прокуроры ярҙамсыһы.