Бөтә яңылыҡтар
Район прокуратураһында
19 Февраль 2019, 12:50

Тикшереү үткәрелгән, мәғлүмәт – индерелмәгән...

Закон талаптарын үтәмәү нимә менән янай? Район прокуратураһы тарафынан дәүләт ветеринар күҙәтеүенең Мәләүез территориаль бүлеге дәүләт контролен (күҙәтеүенең) бойомға ашырғанда юридик берәмектәрҙең һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау тураһындағы закон талаптары үтәлеше тикшерелде.

Асыҡланыуынса, ветеринар күҙәтеү инспекторы тарафынан 2018 йылда 3 һанлы балалар баҡсаһына ҡарата күсмә тикшереү үткәрелгән, әммә закон талаптарын боҙоп, планлы күсмә тикшереү тураһында тейешле мәғлүмәт Берҙәм тикшереүҙәр реестрына индерелмәгән булған.

Ошоға бәйле, прокуратура тарафынан ғәйепле шәхескә ҡарата, РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағаы кодекстың 19.6.1 статьяһы буйынса (контроль функцияларын, муниципаль контролде бойомға ашырыусы дәүләт контроле (тикшереүе) органдарының, урындағы үҙидара, дәүләт һәм муниципаль учреждениелар органдарының вазифалы кешеләре тарафынан дәүләт контроле тураһында закон талаптарын үтәмәү) административ эш ҡуҙғатылып, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү тураһында яҙма күрһәтмә ебәрелде, ғәйепләнеүсе иҫкәртелде.

Әлеге ваҡытта етешһеҙлектәр бөтөрөлгән, прокуратура тарафынан был йүнәлештә эш дауам итә.

Виталий АРХАТКИН,

район прокуроры вазифаһын башҡарыусы.
Читайте нас: