Район прокуратураһы һәм ЮХХДИ органдары тарафынан Тәтер-Арыҫлан ауыл биләмәһе хакимиәте эшмәкәрлегендә автомобиль юлдары тураһындағы закон талаптары үтәлеше тикшерелгән.
Тикшереү барышында Тәтер-Арыҫлан ауылында, анығыраҡ әйткәндә, Ш.Үләев һәм Тәтер урамдарында юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу тейешенсә башҡарылмауы, транспорт хәрәкәте сикләнеүе асыҡланды. Был үҙ сиратында граждандарҙың сәләмәтлегенә һәм ғүмеренә зыян килтереүе мөмкин.