Прокуратура суд тәртибендә әлеге мәғлүмәт ресурстарын ябыуға иреште.
Күҙәтеү саралары тарафынан Интернет-ресурстарҙа «Коктейль Молотова» шартлатҡыс матдәһен эшләү процесын этаплап һүрәтләү һәм ошо матдәнең хоҡуҡ һаҡлау органдары менән ҡаршылыҡ барлыҡҡа килгәндә ҡорал сифатында әүҙем ҡулланылыуы тураһында мәғлүмәт урынлаштырылыуы билдәләнде.
Быға тиклем Интернет-ресурстар ирекле режимда эшләй, уларға һәр кеше, шул иҫәптән балиғ булмағандар ҙа инә ала.
Ошондай мәғлүмәттәрҙе таратыу законһыҙ булыуы һәм террористик эшмәкәрлек өсөн мәғлүмәт ярҙамсыһы булыу фактын иҫәпкә алып, район прокуратураһы судҡа тейешле административ дәғүә ғаризалары ебәреп, күрһәтелгән сайттарҙы ябыу буйынса саралар күрҙе.
Интернет селтәре ярҙамында таратылған мәғлүмәт суд тарафынан Рәсәй Федерацияһы территорияһында таратылыуға тыйылған тип танылды.
Интернет-сайттарҙың электрон адрестары «Берҙәм тыйылған мәғлүмәт реестры»на индерелде. Эшмәкәрлектең ошо йүнәлеше буйынса эш дауам итә.
В.АРХАТКИН, район прокуроры урынбаҫары.