Ул РФ Енәйәт кодексының 264.1 статьяһында ҡаралған енәйәт ҡылыуҙа (быға тиклем ошондай уҡ хоҡуҡ боҙоуҙа административ язаға тарттырылыуына ҡарамаҫтан, эскән килеш транспорт сараһына идара итеү) ғәйепле тип танылды.
Судта ағымдағы йылдың июнендә ҡыҙҙың ВАЗ-21074 автомобиленә идара итеүе билдәләне. Ул Ҡырғыҙ-Миәкә-Стәрлебаш юлынан китеп барғанда уны Стәрлебаш районы буйынса ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре туҡтата. Водителде тикшергәндә уның иҫерек булыуы билдәләнә. Элегерәк был ҡатын эскән килеш автомобилгә идара иткән өсөн административ, шулай уҡ енәйәт яуаплылығына бер нисә тапҡыр тарттырылған була.
Суд уны 2 йыл да 20 көнгә транспорт сараһына идара итеүгә бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан тыйып, 1 йыл да 10 айға колония - поселениела иректән мәхрүм итеү ҡарары сығарҙы.
Ҡарар законлы көсөнә инмәне.
Максим ВАЛИКОВ, район прокуроры.