Тикшереү барышында әлеге кафеларҙа ҡулланған ит продукцияһының хәүефһеҙлеген раҫлаусы кәрәкле ветеринар документтар булмауы, ит ярым фабрикаттарының тейешенсә һаҡланмауы раҫланды. Шулай уҡ, ризыҡ әҙерләнә торған шарттар санитар талаптарға тап килмәй.
Асыҡланған хоҡуҡ боҙоуҙарға бәйле, прокуратура тарафынан етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса тәҡдимдәр индерелде. Кафе хужаларына ҡарата административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында мәсьәләне хәл итеү өсөн тикшереү материалдары Роспотребнадзорҙың территориаль бүлегенә йүнәлтелде. Ә прокуратура ғәйепле шәхестәрҙән асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүҙе талап итте.
Йәмәғәт туҡланыу ойошмалары тарафынан санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәмәү - кеше ғүмерен һәм һаулығын хәүеф аҫтына ҡуя һәм административ, ә кеше һаулығына зыян килтергән осраҡта енәйәт яуаплылығы менән дә янай тип иҫкәртә район прокуратураһы.
Максим ВАЛИКОВ, район прокуроры.